Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
19 Февраль 2021, 00:46

Илһөйәрлек дәресе

Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү район музейында 2-се Аҡъяр мәктәбе уҡыусылары “ҡыҙыу нөктәләрҙә” хеҙмәт иткән элекке яугирҙар менән осрашты. //

Осрашыу кисәһендә төрлө ғәскәрҙәр йәмәғәт берекмәһе координацион Советы рәйесе, афған һуғышында ҡатнашыусы Салауат Юлдашбаев һәм Төнъяҡ-Кавказ төбәге территорияһында контртеррористик операцияларҙа ҡатнашыусы, Аҡъяр тау колледжы уҡытыусыһы, запастағы майор Шәйнур Солтанов ҡатнашты. Ике ир-уҙамандың да күкрәген төрлө миҙал-ордендар биҙәй.
Уҡыусылар менән осрашыу интервью формаһында барҙы. Салауат Кинйәғәле улы Афғанстандағы хеҙмәте, һалдаттарҙың хәрби бурыстарын нисек үтәүе, армияға алдан әҙер булыу, армия дуҫлығы, ниндәй хәрби техникалар ҡулланылыуы, уларға ҡарата тыныс афған халҡының мөнәсәбәте тураһында һөйләне.
Шәйнур Илфат улы Рәсәй Ҡораллы көстәре сафында хеҙмәте, хәрби кешенең хеҙмәте, хәрби бурысы, һуғыш мәхшәре, ябай геройҙар һәм хәрби дуҫлыҡ, үҙ-ара ярҙам тураһында бәйән итте. Әрмелә бергә хеҙмәт иткән дуҫтары менән бөгөн дә дуҫлыҡ ептәре ныҡлы булыуын һөйләне.
Уҡыусылар Афғанстанда һәм Төнъяҡ Кавказда утты-һыуҙы кискән уҙамандарҙың хәтирәләрен ҡыҙыҡһынып тыңланы, үҙ һорауҙарын бирҙе. Ватан һаҡсыларының хәрби наградалары ла ҡыҙыҡһыныу һәм ғорурлыҡ уятты.
Сара һуғышта һәләк булыусыларҙы бер минут тынлыҡ менән хәтергә алыу менән тамамланды. Бындай илһөйәрлек осрашыуҙары бик кәрәк, сөнки ул йәш быуында патриотлыҡ сифаттары тәрбиәләй, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булыусылар ҙа йәш йөрәктәрҙә мәңге йәшәй.
Читайте нас: