“Алла бирһә, Пасху проведем”
Ольга Шорохова, район мәҙәниәт йорто директоры, Аҡъяр ауылы:
Тәүге башҡорт һүҙҙәрен балалар баҡсаһына йөрөгәндә өйрәндем. Унда төркөмдә өс рус, ҡалғандары бөтәһе лә башҡорт балалары ине. Улар ыңғайына, “ашайым”, “ҡайтам”, “сәй эсәм” һәм башҡа ябай һүҙҙәрҙе әйтә башланым. Аҡъярҙа тыуып үҫеп, башҡорттар менән аралашып, һөйләшеп йәшәү ҙә ярҙам итте. Ә 1-се Аҡъяр мәктәбендә беҙҙең класта гел башҡорт балалары араһында мин һәм бер украин ҡыҙы булды. Мәктәп директоры Рәшит Насиров уҡыусылар барыһы ла башҡортса белергә тейеш тип, беҙ әлифба уҡый, хәрефтәр өйрәнә һәм яҙа башланыҡ. Башҡалар 5-се кластан башҡортса уҡыған ине, ә беҙ саҡ өйрәнә инек. Класташтар үҙ-ара күберәк башҡортса аралашты.
Миңә һөйләшеү телмәре еңел бирелде. Бында, бәлки, әсәйемдең удмурт булып, был телдең башҡортсаға бер ни тиклем оҡшашлығы ла ярҙам иткәндер. Атай-әсәйем дә башҡортса һөйләшмәһәләр ҙә һүҙҙәрҙе аңлай ине. Үҙемдең улым да аңлай, ҡайһы ваҡыт өйҙә башҡортса һүҙҙәр ҡыҫтырып, яуап та бирә.
Бөгөнгә көндә башҡортса иркен һөйләшәм дә, йырлайым да. Башҡорт телен белеүем эшемдә лә ярҙам итә. Сөнки саф башҡорт ауылдарында мәҙәни саралар гөрләп үтә, уларҙа мәҙәниәт усаҡтары ла яҡшы эшләй. Күп кенә милли традицияларҙы беләм һәм хөрмәт итәм. Башҡорт милли аштарын ғаиләбеҙ менән яратабыҙ, рус дини байрамдарына ла бишбармаҡ әҙерләйбеҙ. 2001 йылдан “Сулпылар” халыҡ вокал ансамбле составында йырлайым. Башҡорт йырҙары, моңо бик оҡшай.
Ҡыҙыҡлы хәлгә килгәндә, бер осраҡ айырыуса хәтерҙә ҡалған. 2013 йылда мине Хәйбулла районы буйынса рус соборы рәйесе итеп тәғәйенләнеләр.Беҙ шул ваҡытта бергәләп пасха байрамын үткәрергә булдыҡ. Ойоштороу составы араһында Алла Пронькина, Вера Горшенина булды, батюшканы саҡырҙыҡ. Осраштыҡ, байрамды нисек үткәрергә һөйләштек. Бер аҙҙан Алла Пронькина эргәмә килеп: “Ольга Владимировна, һеҙ батюшка алдында булһа ла Алла бирһә һүҙен ҡыҫтырмаһағыҙ ине. Әтеү, Алла бирһә, пасханы үткәрербеҙ”, ти ҙә ҡуяһың”, --тип етди генә әйтеп ҡуйҙы.