Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
19 Февраль 2021, 18:37

Ҡарашынан көн яҡтыра

Ошо көндәрҙә беҙҙең бер туған ҡәҙерле һеңлебеҙ, апайыбыҙ, тормош юлдашым Шәүрә Динислам ҡыҙы Бүләкова үҙенең күркәм ғүмер байрамын - 50 йәшлек юбилейын билдәләй.Аҡ, изге күңелле кешеләр генә ап-аҡ ҡарлы ҡышта донъяға киләлер һәм ҡыштың ынйы ҡарҙары тәбиғәтте үҙенең сафлығы менән нисек балҡытһа, беҙҙең ҡәҙерлебеҙ ҙә үҙенең күңел нуры менән тирә-йүнде матурлай, дуҫтарына, туғандарына күңел йылыһын өләшә.

Ошо көндәрҙә беҙҙең бер туған ҡәҙерле һеңлебеҙ, апайыбыҙ, тормош юлдашым Шәүрә Динислам ҡыҙы Бүләкова үҙенең күркәм ғүмер байрамын - 50 йәшлек юбилейын билдәләй.
Аҡ, изге күңелле кешеләр генә ап-аҡ ҡарлы ҡышта донъяға киләлер һәм ҡыштың ынйы ҡарҙары тәбиғәтте үҙенең сафлығы менән нисек балҡытһа, беҙҙең ҡәҙерлебеҙ ҙә үҙенең күңел нуры менән тирә-йүнде матурлай, дуҫтарына, туғандарына күңел йылыһын өләшә.
Шәүрә 1971 йылдың 22 февралендә Хәйбулла районының Рафиҡ ауылында Динислам һәм Зәйтүнә Манишевтарҙың ишле ғаиләһендә алтынсы бала булып донъяға килә.
Шәүрә бәләкәйҙән зирәк аҡыллы, ҡыҙыҡһыныусан, асыҡ холоҡло бала булып үҫә. 1-се кластан мәктәпте тамамлағансы иң алдынғы уҡыусы була, мәктәп тормошонда актив ҡатнашып, тик яҡшы яҡтан ғына таныла. Мәктәптән һуң Сибай педагогия училищеһын тамамлай, һуңынан ситтән тороп юғары уҡыу йортонда белемен камиллаштыра.
Ҡәҙерлебеҙ хеҙмәт юлын 1991 йылда Хәйбулла районының Подольск урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлап, бына инде 30 йыл уҡытыусы һөнәренә тоғролоҡ һаҡлай. 2000-се йылда мәктәп директорының уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары, 2011 йылда мәктәп директоры итеп тәғәйенләнә. Шул йылдарҙа Шәүрә Динислам ҡыҙы талантлы уҡытыусы ла, намыҫлы, ғәҙел, талапсан етәксе лә булып танылды, үҙе етәкләгән мәктәпте алдынғылар иҫәбенә сығарыуға өлгәште.
Әлеге ваҡытта Бүребай урта мәктәбендә уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары булып эшләй, биология дәрестәрен алып бара. Ҡәҙерле кешебеҙҙең тынғыһыҙ хеҙмәте тейешле баһа алды: Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы һәм Рәсәй Федерацияһы мәғарифенең почетлы хеҙмәткәре тигән исемдәргә лайыҡ булды ул. Салауат кейәүебеҙ, еҙнәйебеҙ менән гөрләтеп донъя көтәләр, купләп ҡош-ҡорт, баҡса үҫтереп, муллыҡта, бәрәкәттә йәшәйҙәр.
Тормоштарының оло мәғәнәһе, ҡыуанысы итеп ике бала үҫтерҙеләр: улдары Илдар Өфө нефть университетын тамамлап, Себер тарафтарында уңышлы эшләп йөрөй, йыл башында Алина киленебеҙгә өйләнеп, донъяға йәм өҫтәне, ҡыҙҙары Азалия әле 2-се класта гел бишле билдәләренә уҡып йөрөй.
Һәр саҡ асыҡ йөҙлө, үҙенә талапсан, башкаларға ярҙамсыл. Тормош ҡуйған ҙур һынауҙар бирешмәй, тирә яғына матурлыҡ, яктылык биреп йәшәй һөйөклөбөҙ.
Йөҙөнән иман нуры, яғымлылык бөркөлә. Кейәүебеҙ менән биш вакыт намаҙын да укыйҙар, ураҙаһын да тоторға өлгөрәләр. Туғандары, хеҙмәттәштаре араһында ҡәҙер-хөрмәткә эйә.
Ҡәҙерле тормош иптәшем, бер оянан осоп сыҡҡан, һеңлебеҙ, апайыбыҙҙы алтын юбилейы менән тәбрикләйбеҙ. Һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, шатлыҡтарҙың иң олоһон теләйбез. Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин, Алла бирһә, озон-оҙак бергә именлектә йәшәргә яҙһын.
Тормош иптәше Салауат, улы Илдар, килене Алина, ҡыҙы Азалия, бейеме Миңһылыу, ағаһы Нурислам, еңгәһе Рәмзилә, апайҙары Гүзәл, Фирҙәүес, Фатима, Зөбәржәт, еҙнәләре Уйылдан, Мөхәмәт, Юлай, һеңлеһе Гөлдәр, кейәүе Хәмит, ҡустылары, һеңлеләре.
Реклама нигеҙендә.
Читайте нас: