Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
17 Февраль 2021, 01:37

“Афғанстан—күңелемдәге тәрән яра”

--Беҙҙең батальон Гөлбаһор провинцияһында торҙо. Душмандар һәр ваҡыт беҙҙең өҫкә пулялар яуҙырҙы, бигерәк тә төндә әүҙемләшә торғайнылар. Беҙ Гөлбаһорҙан Ҡабулға тиклемге 80 саҡрым араны һаҡланыҡ. Һәр осраҡлы пуля һалдат башына етә ала ине. Ҡурҡыныс булды, әммә Ватанға биргән тоғролоҡ анты, интернациональ бурысты намыҫ менән үтәү бурысы үлемдән дә көслөрәк ине,-- тип утлы йылдарҙы хәтергә ала Сиҙәм ауылынан яугир-интернационалист Рәмил Зәкиров. //

--Беҙҙең батальон Гөлбаһор провинцияһында торҙо. Душмандар һәр ваҡыт беҙҙең өҫкә пулялар яуҙырҙы, бигерәк тә төндә әүҙемләшә торғайнылар. Беҙ Гөлбаһорҙан Ҡабулға тиклемге 80 саҡрым араны һаҡланыҡ. Һәр осраҡлы пуля һалдат башына етә ала ине. Ҡурҡыныс булды, әммә Ватанға биргән тоғролоҡ анты, интернациональ бурысты намыҫ менән үтәү бурысы үлемдән дә көслөрәк ине.
Һуғыш ҡорбанһыҙ булмай, иптәштәребеҙҙең, йәш кенә егеттәрҙең үлеме аяныслы булды. Был конфликаттан тыныс афған халҡы ла юғалтыуҙар кисерҙе.
Шундай бер хәл булды. БТР-ҙа Ҡабулға бара инек. Беҙҙең рота һаҡлаған күперҙе имен генә үттек. Полкка 7 саҡрым самаһы ҡалғайны, беҙҙең хәрби техниканы пассажирҙар тейәгән афған автобусы ҡыуып үтте. Ҡайһылыр мәлдә автобус көслө шартлау тауышы сығарып яна башланы, төтөн күтәрелде. Автобус душмандар һалған фугаслы бомбаға шартлағайны. Был бомба беҙҙең һалдаттарға тәғәйенләнгән ине...Беҙҙең ғәскәрҙең афғанстандан сығыуы тураһындағы яңылыҡты ҡыуанып ҡабул иттек,-- .-- тип утлы йылдарҙы хәтергә ала Сиҙәм ауылынан яугир-интернационалист Рәмил Зәкиров.

Читайте нас: