Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
16 Февраль 2021, 01:49

Пар аҡҡоштар

Әбүбәкер күп функциялы клубында ғашиҡтар көнөнә ҡарата конкурс кисәһе ойошторолдо. //

Ауыл клубы һәм моделле китапхана хеҙмәткәрҙәре “Пар аҡҡоштар” тип аталған мауыҡтырғыс кисә ойошторҙо.
Залдан өс пар саҡырылып, “Мөхәббәт һүҙҙәре”, “Һөйөү белгестәре”, “Татлы үбешеү”, “Һөйгәнеңде тап” кеүек ҡыҙыҡлы бәйгеләр үткәрелде. Конкурс араһында мөхәббәт тураһында яңғыраған йырҙар күңелде күтәрҙе. Ауыл клубы фойеһында фотозона ойошторолоп, теләүселәр иҫтәлеккә фотоға төштө.
Изге Валентин көнөнә арналған мәҙәни сара күңелле үтте.
Читайте нас: