Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
16 Февраль 2021, 00:51

Онотолмай Афған һалған яра

Бөгөн Рәсәйҙә Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға - 32 йыл. 125 Хәйбулла егете тыныс тормошта афған ерендә үлем менән күҙгә-күҙ осрашты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 6 егетебеҙ шул ҡәһәрле һуғыштан ҡайта алманы, таулы афған ерендә баш һалды. Күп егеттәр хәрби хеҙмәттәре өсөн хәрби наградаларға лайыҡ булды //

Бөгөн Рәсәйҙә Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға - 32 йыл. Афған һуғышы 1979 йылдың 25 декабренəн 1989 йылдың 15 февраленə тиклем дауам итте. 125 Хәйбулла егете тыныс тормошта афған ерендә үлем менән күҙгә-күҙ осрашты.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 6 егетебеҙ шул ҡәһәрле һуғыштан ҡайта алманы, таулы афған ерендә баш һалды. Күп егеттәр хәрби хеҙмәттәре өсөн хәрби наградаларға лайыҡ булды.
15 февралдә илдең бөтә төбәктәрендәге кеүек үк Аҡъяр ауылының Еңеү паркында Афған һуғышында һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алып, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға арнап ҡуйылған һәйкәлгә сәскә һалдылар. “Үлемһеҙ батальон” Бөтә Рәсәй акцияһына йәшармеецтар ҙа ҡушылды. Улар һәләк булған яугирҙарҙың фотоһүрәттәрен тотоп сыҡты.
Читайте нас: