Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
12 Февраль 2021, 18:27

Эттәр ҙә, бесәйҙәр ҙә ауырый

Район ветеринария станцияһында хайуандарҙы дауалау буйынса бүлмә эшләй //

Хәйбулла районы ветеринария хеҙмәтенең үҙенсәлеген юғары профессионалле, үҙ һөнәренә тоғро булған хеҙмәткәрҙәр билдәләй. Улар теләһә ҡайһы шарттарҙа кешеләргә һәм хайуандарға ярҙамға килергә әҙер. Районда эпизоотик хәл-тороштоң тотороҡло булыуы ла ветеринария белгестәренең эш сифаты тураһында һөйләй. Бынан тыш, Айболиттар эре мөгөҙлө малдан алып, эт һәм бесәй кеүек ваҡ сирле йорт хайуандарын да дауалай. Сөнки улар бәләкәй дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙҙың ысын ғаилә ағзалары булыуын яҡшы аңлай.
Табиптар әйтеүенсә, үҙаллы дауаланырға, интернеттан мәғлүмәт эҙләргә ярамай, шунда уҡ белгескә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Хайуандарҙа “етди булмаған проблемалар” булмай, һәр сирҙең аҙып китеүе, өҙлөгөүҙәргә килтереүе ихтимал. Бигерәк тә вируслы инфекциялар, ашҡаҙан-эсәк тракты, онкология, йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙары хәүефле. Дауаланыуға килтерелгән һәр хайуанға микрочип индереү юлы менән идентификация номеры бирелә. Артабан ошо мәғлүмәттәр “Бөтә йәнлектәр” берҙәм системаһына индерелде.
Ветеринар табиптар дауалауҙан тыш, эт һәм бесәйҙәрҙе бестереү һәм стирилләштереү менән дә шөғөлләнә. Инә бесәй аҫраған һәр хужа, иртәме-һуңмы, стирилизация мәсьәләһе тураһында уйлана. Сөнки енси яҡтан өлгөргән бесәй тыныс ҡына йортто ысын тамуҡҡа әйләндерә ала. Өҙлөкһөҙ мырылдауы, төндәрен сағыу “концерт”тары менән хужаһын сығырынан сығара. Бының менән бесәйҙәр ырыуҙаштарына тоҡом арттырыуға әҙерлеген белдереп, ата бесәйҙе “свиданиеға” саҡыра. Бесәйҙәрҙең тәбиғәте шулай.
Әгәр ата бесәйҙәр яҡында булмаһа, бигерәк тә хужа кеше дүрт аяҡлы тәрбиәләнеүсеһенең тороҡтороуын теләмәһә, бигерәк тә һуңынан уның үрсемен ҡайҙа ҡуйырға белмәһә, был осраҡта нимә эшләргә? Бында инде бесәйҙәрҙе стирилизациялау ике яҡ өсөн дә отошло. Операциянан һуң бер ай самаһы үткәс, инәлек енси гормондар (экстрогендар) бүленеү туҡтай, гормональ фон түбәнәйә һәм бесәйегеҙ йәнә лә бер ниндәй проблемаһыҙ һөйкөмлө йән эйәһенә әүерелә. Стирилизация күп осраҡта бесәйҙәрҙе артыҡ агрессивлыҡтан да ҡотҡара. Ҡанда гормондар кимәле кәмегәндә уларҙың холҡо ыңғай үҙгәрә, тыныс булалар, башҡа бесәйҙәргә һәм хужаһына агрессивлыҡ сифаты ла юғала.
Бөгөнгө заман кешеләре сәләмәтлектәре менән проблемаларҙы “уңайлы ваҡытҡа” тиклем ҡалдырып торорға ярата, шуның менән үҙҙәрен ҙур хәүефкә тарттыра. Әгәр кеше ҡыйын осраҡта әйтә алһа, хайуандарҙың, үкенескә ҡаршы, бындай мөмкинлеге юҡ. Ветеринарҙар практикаһынан күренеүенсә, хужа кеше дүрт аяҡлы дуҫтарының ауырыуын иғтибарға алмай, күргән осраҡта ла үҙенән үҙе үтер әле тип ҡуя.
Ә бит хайуандарҙы бер нисә сәғәт эсендә “ашаған” сирҙәр була. Был осраҡта иҫәп көнләп түгел, сәғәтләп бара. Миҫал өсөн, бесәйҙәр панлейкопенияһы, икенсе төрлө әйткәндә, чумка. Был үлемесле сир, ваҡытында ветеринар табипҡа мөрәжәғәт итеп, рекомендацияларҙы үтәмәгәндә, йомшаҡ дуҫығыҙҙы мәңгелеккә юғалтыуығыҙ көн кеүек асыҡ.
Район ветеринария станцияһының ваҡ хайуандарҙы ҡабул итеү һәм дауалау буйынса бүлмәлә хәүефле сирҙе диагностикалау буйынса бөтә кәрәкле заманса ҡорамалдар бар. Ә тәжрибәле табиптар был осраҡта хайуандарҙы дауалау ысулын яҡшы белә. Әммә йомшаҡ дуҫығыҙҙы табипҡа килтереү –ярты эш, иң мөһиме, бөтә рекомендацияларҙы теүәл үтәргә кәрәк. Әгәр бесәйгә махсус аҙыҡ һәм диета кәрәк икән—үҙ өҫтәләгеҙҙәге тәмлекәстәр менән туҡландырырға ярамай.
В.Иштәкбаев,
район ветеринария станцияһының әйҙәүсе ветеринар табибы.
Йорт хайуанын табипҡа алып барырға кәрәклеген нисек аңларға:
--әгәр эт йәки бесәй ашамаһа һәм эсмәһә;
--оҙаҡ ваҡыт тормайынса хәрәкәтһеҙ ятһа;
-- бәүеле йышыраҡ бүленһә, ҡоҫһа йәки эсе китһә, төкөрөгө аҡһа;
--тын алыуы ауырлашһа;
--тире торошо үҙгәрһә (шешенһә, ҡутырлаһа, сей яралар барлыҡҡа килһә);
--ауыҙ-мороно төҫө үҙгәрһә.
Читайте нас: