Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
11 Февраль 2021, 16:57

МӘК МЕНӘН ҠАТЛАМА

/

Ҡатламаны бешерер өсөн 150 гр һыу, 1 йомортҡа, семтем тоҙ, 0.5 аш ҡалағы шәкәр, 2 стакан тирәһе он, 3 аш ҡалағы үҫемлек майы, мәк (күберәк булған һайын тәмлерәк килеп сыға), тәменә ҡарап шәкәр, 50 гр аҡ май.
Башта мәккә ҡайнап торған һыуҙы ҡойоп, бүртһен өсөн ултыртып торабыҙ. Мәк һыуҙы һеңдереп бөткәс, шәкәр өҫтәп, блендер аша үткәрәбеҙ.
Хәҙер ҡамыр баҫабыҙ. Ул йомшаҡ һәм һығылмалы булырға тейеш.
Ҡамырҙы йоҡа ғына итеп шаҡмаҡлап йәйәбеҙ, өҫтөнә иретелгән май һөртәбеҙ. Эслек өсөн әҙерләнгән мәкте тигеҙ итеп һылайбыҙ. Уны урталай бөкләйбеҙ. Йәнә лә май, унан эслек һөртөп сығабыҙ. Тағы бөкләбеҙ, йәнә май+эслек һалабыҙ. Хәҙер инде оҙонсай бөкләнгән ҡатламаны арҡыры яҡҡа бөкләйбеҙ. Формаға пергамент ҡағыҙ түшәп, майлап ҡатламаны һалабыҙ.
Әҙер ҡатламаны бешереп алғандан һуң һыуытыр кәрәк була.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!
https://svetlyi-put-b.rbsmi.ru/articles/common_material/M-k-men-n-atlama-671901/
Читайте нас: