Беҙҙең ғаиләлә ҙур бәлә. Уның сәбәпсеһе – "йәшел йылан". Оҙаҡламай ғаиләбеҙ ҙә ҡалмаҫ инде... Ентекләберәк һөйләйем әле хәлемде.
Ауылдың иң сибәр егете ул. Әлбиттә, Илһам миңә оҡшай ине. Тик ата-әсәһенең эсеүе генә кәртә булып торҙо. Уларҙың ғаиләһендә эскелек, әрләшеү, бысраҡлыҡ ғәҙәти күренеш ине шул. Дуҫлаша башлағас, әсәйем дә ҡаршы килде: “Илһам да үҙҙәре кеүек эсә башлаһа, ни эшләрһең? Ныҡ уйла, балам”. Тик ул саҡта Илһам иҫерткес эсемлектәргә ҡараманы ла. Мөхәббәттән башым әйләнгән миңә ул турала уйланыу ҡайғыһы булманы шул.
Өйләнештек. Бер нәмәбеҙ ҙә юҡ ине. Тик ул да, мин дә тырыш – ныҡышып донъя көтә башланыҡ. Иремдең ата-әсәһенән ярҙам булмаҫы көн кеүек асыҡ. Мин дә әсәйем менән яңғыҙ үҫтем, бәләкәй өйҙә йәшәнек. Шуға күрә үҙ мөйөшөбөҙҙө булдырыу өсөн бар көсөбөҙҙө һалып эшләй башланыҡ.
Үҙем һөнәрем буйынса – уҡытыусы. Эш хаҡы әллә ни ҙур булмаһа ла, даими килеп торҙо. Ә бына Илһам һөнәре һәм күңеле буйынса эш таба алмай оҙаҡ йонсоно. Тегендә барып, бында һуғылып йөрөй торғас, бер дуҫы Себергә китергә тәҡдим итте. Йортобоҙҙо күтәргәйнек кенә, ә төҙөп бөтөргә аҡса етмәгән саҡ. Шуға, балабыҙ бәләкәй булһа ла, китергә тәүәккәлләне Илһам.
Тәүге айҙар үтә ауыр булды. Беренсе китеүенән үк ике айға ҡалды. Бәләкәй бала менән ҡарт әсәйемдә йәшәп торҙом. Һағынып үлә яҙа инем. Донъяның бар мәшәҡәттәре үҙемә төштө. Малды ла ҡара, йәй булғас, бесән дә әҙерләргә тура килде. Баҡсала, ихатала бөтмәҫ-төкәнмәҫ эш. Бер йәшлек улымды ҡарт әсәй менән ҡалдырып, егелеп донъя көттөм. Башҡа ебәрмәҫмен тип үҙемә һүҙ ҙә биреп бөткәйнем.
Ике ай үткәс, Илһам ғүмерҙә күрмәгән аҡса тотоп ҡайтып инде. Шул тиклем дәртләндек. Ирем шунда уҡ өйҙө эшләй башланы. Аҡса һәм ваҡыты еткәнсә йорт менән булышты. Бер айлыҡ ялы һә тигәнсә үтеп тә китте. Унан тағы эшкә китте. Ауыр булһа ла, аҡса алып ҡайта бит тип йыуанып, артабан донъя көтә башланым.
Ҡыҫҡаһы, ике йыл эсендә өйҙө һалып бөттөк. Тағы бер йылда ауылда булмаған йыһаздар һәм техника алдыҡ. Ике йылдан сит ил маркалы машинаға ултырҙыҡ. Игеҙәк ҡыҙҙарыбыҙ тыуҙы. Бөтә яҡлап та донъябыҙ түңәрәкләнде лә бит. Тик...
Көтмәгән яҡтан бәлә килде. Илһам яйлап-яйлап эсә башланы. Тәүҙә вахтанан ҡайтҡас, был ғәҙәте ике-өс көнгә һуҙыла ине. Шунан аҙнаға әйләнде, ә бер заман ҡайтҡан айының яртыһын иҫерек үткәрә башланы. Ауыр эш башҡарып, арып ҡайта, тип аңларға, аҡларға тырыштым. Әммә ир шашҡандан-шашты. Тәүҙә ҡайта ла донъя бөтәйтә, буш ултырмай торғайны. Ә хәҙер иҫерек ятыуҙан башы сыҡманы.
– Мин һыуыҡта алһыҙ-ялһыҙ эшләгәндә һин йылыла ятаһың. Ял иткәнемдә нервыма теймә, – тип ауыҙымды яба ла ҡуя.
Эсһә, тыныс ҡына ла түгел шул үҙе. Әрләшә, һуғыша башлай. Бер нисә тапҡыр туҡмап та ташланы. Балалар унан ҡурҡа. Ата-әсәһенә китеп эскән саҡтары йышайҙы, уларының улдарын миңә ҡаршы ҡотортоп талаштырған саҡтары күбәйҙе.
Хәҙер ни эшләргә лә белмәйем. Ҡайт, башҡа йөрөмә Себергә тип тә ҡарайым, тыңламай.
– Эсмә, китәм, айырылам, – тип тә ҡарайым.
– Ана бара юлың. Тик һиңә бер нәмә лә эләкмәйәсәк. Көнө-төнө эшләп алған аҡсама һалынған йорт, автомобиль – үҙемдеке. Балаларыңды ал да сығып кит! – ти.
Яңғыҙ әсәйемә ҡайтмай булмаҫ, ахыры... Бәлки кәңәш бирерһегеҙ, нисек аҡыллы итеп ғаиләне һаҡларға?