Йәнтҽш мәҙәниәт йортонда "Яулыҡ – Тыныслыҡ билдәһе» исҽмлҽ байрам ойошторолдо. Байрам барышында никахҡа яулыҡ, кейем аксессуары булараҡ яулыҡ бәйләү һәм стиль буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте. Тарихи яулыҡтар, иҫтәлҽктәр мҽнән бүлҽштҽк. Яулыҡҡа бәйлҽ йырҙар йырлап, шиғырҙар һөйләп,
халыҡ уйындарын уйнап алдыҡ.
«Бөгөн ыңғай хис-тойғолар, бик күп файҙалы мәғлүмәттәр алдыҡ, беҙгә яулыҡ ябынып та модалы күренергә мөмкин икәнлеге хаҡында һөйләнеләр һәм күрһәттеләр», — тип үҙҙәренең тәьҫораттары менән уртаҡлаштылар.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙы кейеменең сағыу бер өлөшө – яулыҡ. Уның төрҙәре тураһындағы мәғлүмәтте XVIII–XIX быуаттарҙа төбәкте өйрәнеүсе яҙыусыларҙың, ғалимдарҙың яҙмаларында уҡ осратырға мөмкин.
Мәҫәлән, XIX быуат аҙағында Һаҡмар буйы башҡорттарында булып киткән М. Баишев ҡатын-ҡыҙҙарҙың баштарына кешмир һәм ситса яулыҡ ябынып йөрөүҙәрен билдәләп китә. Яулыҡ тураһындағы мәғлүмәт айырыуса халыҡ ижадында асыҡ сағылыш таба. Мәҫәлән, йырҙарҙа:
«Француз яулыҡ биҙәкәй,
Ябынмайым, инәкәй».
«Башымдағы кешмир яулығымды
Ҡиблаларҙан иҫкән ел алды».
Әйтергә кәрәк, яулыҡ элек-электән туй йолаһында ла мөһим урын алып торған. Мәҫәлән, ҡыҙ оҙатыу йолаһының бер күренеше һүрәтләнә: «... тахы таҡыйа уйнаталар, өйөрсек күк йөртеп килендең биленә ҡәйнә ҙур фырансус йаулыҡ бәйҙәй. Аны төбәккә апсығалар, өйөрмәс уйнарға йә арпа тапатмаға сығыу тейҙәр. Ҡыҙҙы өйертәләр, иртәгә күсә туған көндө. Аны тапашыб бөткәс, ҡәйнәһе сисеп биленән ҡыҙҙың башына бәйҙәй». Шулай итеп яулыҡ китәһе ҡыҙҙың ҡыҙ сағы менән хушлашыуын аңлатҡан билдәгә әүерелә. Яулыҡтың киң ҡулланылыш табыуын халыҡ телендә нығынған атамаларҙа ла күрә алабыҙ: алҡа йауҙыҡ (тәңкәле ҡушъяулыҡ); бауҙы йауҙыҡ (ҡушъяулыҡ); карманай (бәләкәй аҡ яулыҡ); кәзәйаулыҡ (кешмир яулыҡ); фырансуз йаулыҡ (эре аҡ биҙәкле ҡыҙыл яулыҡ); ҡуш (ҡушъяулыҡ); һыңар йауҙыҡ (ябай яулыҡ); фелүр йаулыҡ (биҙәкле ебәк яулыҡ); айбар (биҙәкле яулыҡ); кеземир, кизимир (ҡыҙыл эре биҙәкле кизе-мамыҡ яулыҡ); кәзәмерйаулыҡ (француз яулыҡ); ҡолаҡйаулыҡ (бәләкәй яулыҡ).
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарында айырыуса таралған яулыҡтарҙың ҡайһы берҙәренә айырым туҡталып китеү урынлы булыр.
Француз яулыҡ. Был атама халыҡ телендә киң билдәле. С.Н. Шитова уны икенсе төрлө «төрөк яулығы» тип тә атай. Уның билдәләүенсә, был төр яулыҡ төрлө төҫтәге сағыу биҙәктәрҙән тора. Халыҡ йырҙары ла яулыҡтың үҙенсәлектәрен асыҡларға ярҙам итә:
«Француз яулыҡ, ай, парсаһы
Башҡа яулыҡтарҙа булһасы».
«Француз яулыҡҡайы бик ҙур яулыҡ,
Етмеш төрлө уның парсаһы».
Был юлдарҙан аңлашылыуынса, француз яулыҡ парсанан эшләнгән. «Парса» фарсы теленән тәржемә иткәндә «туҡыма» тигәнде аңлата. Ул – алтын, көмөш ҡатыш тимер ептәр менән биҙәлгән ебәк туҡыма. Махсус ептәр ҡулланылыуын иҫәпкә алып, парса яулыҡтарының ауыр булыуы күрһәтелә. Бөтә Рәсәй биҙәү-ҡулланма һәм халыҡ сәнғәте музейында һаҡланыусы парса яулыҡ, XIX быуаттың тәүге яртыһына ҡарай. Биҙәлешендә алтын һәм көмөш ептәр ҡулланылған, ҙурлығы – 98 х 103 см