Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
6 Февраль 2021, 15:37

1,5 мең кеше кәңәш һорап мөрәжәғәт итте

Табип-наркологтар, опека органдары хеҙмәткәрҙәре, педагогтар, психологтар һәм башҡа белгестәр ингән десант төркөмө 54 ауылда булды.

3 февралдә Башҡортостанда “Айыҡ ауыл” конкурсы нигеҙендә күсмә ғаилә консультациялары көнө уҙғарылды. Табип-наркологтар, опека органдары хеҙмәткәрҙәре, педагогтар, психологтар һәм башҡа белгестәр ингән десант төркөмө “Айыҡ ауыл” конкурсының төбәк этабында ҡатнашҡан 54 ауылда булды.
Консультация барышында белгестәргә эскелектән дауалау, социаль ярҙам саралары, ауыр хәлгә тарыған ғаиләләргә социаль булышлыҡ, өлкәндәрҙе һәм инвалидтарҙы ҡарауға алған ғаиләләр, өйҙә социаль хеҙмәтләндереү, опека һәм попечителлек өлкәһендәге ҡануниәт тураһында һорау бирҙеләр. Берҙәм ғаилә консультациялары көнөндә 1,5 меңдән ашыу кеше кәңәш һорап мөрәжәғәт итте.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Мәғариф һәм фән, Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары етәкселегендәге сәләмәтлек десанттары артабан да эшен дауам итә.
Әйткәндәй, Башҡортостанда “Айыҡ ауыл” конкурсы республика Башлығының граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла.
Фото: mintrud.bashkortostan.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: