Диетологтар белдереүенсә, грек сәтләүеге ҡан тамырҙары, йөрәк һәм мейе эшмәкәрлеге өсөн файҙалы, төрлө минералдарға, витамин һәм омега-3 кислотаһына бай, ҡан составын һәм ҡан тамырҙары торошон яҡшырта, антиоксиданттар миҡдарын арттыра. Рәсәйҙә уны Грециянан килтергәнгә күрә "грек сәтләүеге" тип атағандар. Тикшеренеүселәр уның организмға пребиотик кеүек тәьҫир итеүен билдәләп, аҙыҡ эшкәртеү өсөн кәрәкле бактерияларҙы арттырыуын асыҡлаған.
Фото: rg.ru