Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
5 Февраль 2021, 16:18

Абруйлы етәксе, хәстәрлекле ғаилә башлығы

-

Тыуған төйәгендә фиҙаҡәр хеҙмәт итеп, киләсәк быуынға өлгө, терәк булырҙай, матур, ныҡлы, берҙәм ғаилә ҡороп, аҡыллы балалар үҫтергән шәхестәр районыбыҙ ғорурлығы ул. Шундайҙар иҫәбенә Пенсия фонды идаралығы начальнигы, хеҙмәт ветераны, Пенсия фонды отличнигы Мөхәмәт Рәхмәтуллинды индерер инем. Ул оҙаҡ йылдар тыуған төбәгенең социаль-иҡтисади үҫешенә лайыҡлы өлөш индереп, етәксе вазифаһын уңышлы атҡара. Уның тырышлығы һөҙөмтәһендә Пенсия фонды идаралығында бихисап ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә. Күптән түгел “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булыуы ла ошо хаҡта һөйләй.
Мөхәмәт Рәфҡәт улы 1960 йылдың 23 февралендә Йылайыр районы Үрге Сәлим ауылында табиптар ғаиләһендә донъяға килә. Атаһы, Рәфҡәт Фазулла улы, Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында оҙаҡ йылдар терапевт, баш табип, әсәһе, Зәлифә Фәтҡулла ҡыҙы, шәфҡәт туташы булып фиҙаҡәр хеҙмәт итеп һәм хаҡлы ялға сығалар. Мөхәмәт ағай ҡартатаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фазулла Юланов, тәрбиәһендә бәләкәйҙән тырышлыҡ, эшһөйәрлек, ярҙамсыллыҡ, кешелеклелек кеүек сифаттарҙы үҙләштерә. 2-се Аҡъяр урта мәктәбен тамамлағас, атаһының кәңәшен тотоп, Башҡортостан ауыл хужалығы институтына уҡырға инә. 1984 йылда был уҡыу йортон тамамлағас, дипломлы йәш белгесте Хәйбулла районы ветеринария лабораторияһына директор итеп тәғәйенләйҙәр. Артабан шулай уҡ район йәш белгестәре Советы рәйесе, район ауыл хужалығы идаралығының комсомол секретары, райком комсомолы бюро ағзаһы итеп һайлайҙар. Йәш белгес етәксе вазифаһы менән йәмәғәт эшен бер ыңғайҙан уңышлы алып бара. Ситтән тороп Бөтә Рәсәй финанс-иҡтисади институтын тамамлай. 1998-2007 йылдарҙа халыҡты эш менән тәьмин етеү үҙәген етәкләй. Һуңғы 14 йыл Пенсия фонды идаралығы начальнигы вазифаһын уңышлы башҡара.
  • 24 йәштә генә миңә ышанып, директор вазифаһына тәғәйенләнеләр. Йәш булыуыма ҡарамаҫтан, коллективта хөрмәт менән ҡаранылар, һәр яҡлап ярҙам иттеләр. Тәжрибәле белгестәр З.Хунафина, Я.Кәипова, Ә.Богданова, В.Арясова һәм башҡаларға таянып эшләнем. Ғөмүмән, ҡайҙа ғына эшләһәм дә яҡшы кешеләр тура килде, һәр ерҙә лә коллективтар берҙәм булды. Етәксе булараҡ, ихтирам иттеләр. Дүрт тиҫтәгә яҡын йыл эсендә бөтә район башлыҡтары һәм етәкселәр менән уңышлы хеҙмәттәшлек иттем. Шуның өсөн һәммәһенә лә рәхмәтлемен. Әле лә шулай. Ваҡытында район хакимиәтенә лә эшкә саҡырғайнылар, әммә мин үҙ аллы эште өҫтөн күрҙем. Хеҙмәт юлымда төп вазифамдан тыш, һәр ваҡыт йәмәғәт эшен бергә алып барҙым. 13 йыл дауамында район территориаль һайлау комиссияһы рәйесе булдым. Күптән түгел бирелгән маҡтаулы исем минең генә түгел, уҡытыусыларымдың, хеҙмәт юлымда бергә эшләгән, ошондай кимәлгә күтәрелергә ярҙам иткән кешеләрҙең дә хеҙмәте, -- ти Мөхәмәт Рәфҡәт улы.
  • Ҡатыны Наилә менән өс ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Наилә Янсаф ҡыҙы ла госстрахта, почтала, пенсия фондында намыҫлы эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан хеҙмәт ветераны. Етәксе ҡатыны булыу сабырлыҡ һәм төплө аҡыл талап итә. Ғаилә усағы һүнмәһен өсөн бер-береңә ышанырға ла кәрәк. Наилә Янсаф ҡыҙы тиҫтә йылдар тоғролоҡ һәм ышаныс һаҡлап килә, ғаилә усағын балҡытып тота. Рәхмәтуллиндар 40 бергә татыу ғүмер кисерәләр. Улдарының һәммәһе лә икешәр юғары белем алып, уңышлы эшләп йөрөй. Өлкән улдары Рәсүл ғаиләһе менән Аҡъярҙа, кинйәләре Рәил Өфөлә йәшәй. Уртансы улдары Илдар Төмән өлкәһенең Яңы Уренгой ҡалаһында эшләй. Рәхмәтуллиндарҙың тормошона йәм өҫтәп, өс ейәнсәр үҫә.
    Өлгөлө ғаилә мал аҫрап, ҡош-ҡорт тотоп, баҡса үҫтереп, матур донъя көтә. Үҙҙәрен һәм балаларын экологик яҡтан таҙа продукция менән тәьмин итә. Мөхәмәт ағай һәр ир-егеткә тейешле өс бурысты ла теүәл үтәгән. Тәрбиәле улдар ҙа үҫтергән, ағастар ҙа ултыртҡан, ҙур, иркен йорт та һалған. Сәләмәт йәшәү рәүеше алып бара, хәрәкәтһеҙ бер көн тормай. Мөмкинлек булғанда йәйәүләп, саңғыла йөрөргә тырыша.
    • Үҙемде бәхетле кеше тип иҫәпләйем. Яҙмышымдан ҡәнәғәтмен. Ғүмер юлымда барлыҡ хыялдарымды тормошҡа ашыра алдым. Гел етәксе вазифаһын башҡарғанға күрә, донъя йөгөн тартыу, балаларҙы ҡарау күбеһенсә ҡатыным иңенә ятты. Уға мине аңлап ҡабул иткәнгә сикһеҙ рәхмәтлемен. Дин юлында булған Фазулла ҡартатайым алдау, урлау, кешене кәмһетеү кеүек насар сифаттарҙан йыраҡ торорға өйрәтте. Шуға ла тормош юлымда ҡартатайым һәм атай-әсәйем биргән фәһемле кәңәштәрҙе тотом һәм яңылышманым. Балаларымда ла эшһөйәрлек, тырышлыҡ, кешелеклек кеүек сифаттарҙы тәрбиәләргә тырыштым. Әле улдарымдың һәммәһе лә ышанысымды аҡлап килә. Барыһы ла сәләмәт йәшәү рәүеше алып бара. Йәшәү мәғәнәһен балаларымдың һәм яҡындарымдың һау-сәләмәт булыуында, бәхетле ғүмер кисереүендә күрәм, - ти Мөхәмәт Рәхмәтуллин.
    • Тиҫтә йыл Мөхәмәт Рәфҡәт улының етәкселеге аҫтында эшләйем. Бик аҡыллы, намыҫлы, үҙ эшенә яуаплы ҡарған етәксе. Әгәр хәл итеү талап иткән ниндәйҙер мәсьәлә килеп тыуһа, уның асылына төшмәйенсә ситкә ҡалдырып ҡуймай. Коллективта күбеһенсә ҡатын-ҡыҙҙар эшләй һәм ниндәй генә һорау менән мөрәжәғәт итһәк тә беҙгә ул һәр ваҡыт аңлап ҡарай. Бер ваҡытта ла тауыш күтәрмәй. Бөтә мәсьәләләрҙе лә бергәләп, кәңәшләшеп хәл итәбеҙ,-- ти Пенсия фонды идаралығының персонификация иҫәбе һәм страховкалаусылар менән үҙ-ара бәйләнеш төркөмө етәксеһе Ирина Гапоненко.
    • Дүрт тиҫтә йыл намыҫлы хеҙмәте менән райондың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөшө индергән мәҡәләм геройы ысын мәғәнәһендә тыуған еренең хөрмәткә лайыҡ гражданы. Уның кеүек һәр яҡтан өлгөлө ир уҙамандар арабыҙҙа күберәк булһын ине тигән теләктә ҡалабыҙ.
      Читайте нас: