Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
4 Февраль 2021, 19:06

СОЛЯНКА

/

2 кг кәбеҫтә, 2 кг помидор, 1 кг һуғанды турайбыҙ, 1 кг кишерҙе ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Шуға 0,5 литр көнбағыш майы, 2 аш ҡалағы уксус, 2 аш ҡалағы тоҙ, 11 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 15 дана ҡара борос, 5 дәфнә (лавр япрағы) һалып бер сәгәт бешерәбеҙ.

Теләһәгеҙ солянкаға бәшмәк тә һалырға була. Әммә уны һалғансы 15 минут бешереп, һыуын түгергә кәрәк. Солянканы ашҡа һалырға ла була, былай ашарға ла бик тәмле. Ошо ҡатнашманан 700 грамлы 5 банка сыға.
Вилия Янбаева.
https://yaikrb.rbsmi.ru/news/Solyanka-662762/
Читайте нас: