Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
2 Февраль 2021, 17:05

Бәхеткә кәртә бармы?

-

Никах йортонан сыҡҡан йәш парҙарға ҡарап һоҡланып туйып булмай, шулай бит? Уларҙың йәшлеге, сибәрлеге һәр кемде арбай. Ә бына кейәү кеше кәләштең атаһы йәшендә булһа, һағайта... Ә инде, киреһенсә, кәләш егеттән күпкә олораҡ булһа, бигерәк тә аптырауға һала. Ирекһеҙҙән, был никахта ниндәйҙер ғиллә барҙыр, тип уйлата...

Түбәндә бәйән итәсәк яҙмыш бының төптө киреһен иҫбатлай. Илүзә бай ҙа, күренекле лә түгел. Ауылда үҫкән ябай ҡатын. Шулай ҙа ул һәр ваҡыт үҙен ҡарап, тәрбиәләп тора, биҙәнеп-яһанырға ла онотмай, шуғалырмы, тиҫтерҙәренән күпкә йәш күренә. Тышҡы ҡиәфәте генә түгел, күңеле менән дә изгелекле, йәш шул ул. Яҙмыштың әсе еле ҡаҡҡылап-һуҡҡылаһа ла, бирешмәй,һәр саҡ яҡты өмөттәр менән йәшәй.?
Утыҙ йәшендә генә тол ҡалып, ике бала тәрбиәләгән ҡатын ҡасан да бер бәхетен осратырына ышана. Һәм көткән көн килә лә. Айрат менән ҡауышҡанда уға - 42, ә егеткә 29 ғына була. Шулай ҙа егет, йәш булыуына ҡарамаҫтан, нужа һурпаһын эсергә өлгөргән - хәрби бурысын утлы нөктәлә үтәгән. Яраланған.

Айрат, күрмәлекле булыуына өҫтәп, аҡыллы ла, тоғро ла булып сыға. Илүзәне бер күреүҙән оҡшата. Ҡатын иһә, киреһенсә, бик оҙаҡ икеләнә, ҡурҡа ла хатта. Егетте лә был уйынан кире ҡайтырға өндәй. Уның тойғоларының ысынлығына бер ҙә ышанмай. Йөрөр-йөрөр ҙә, бер көн килеп йәштәше осраһа, ташлар тип ҡурҡа.
Әммә ысын хистәр үҙенекен итә. Был матур пар инде тиҫтәнән ашыу бергә. Улар бар ауырлыҡтарҙы - яҡындарының, дуҫтарының аңламауын, хатта битәрләүселәрҙең әсе һүҙҙәренән өҫтөн булып, еңеп сыға.
Егет олпатланып, олораҡ ҡиәфәткә инһә, ҡатыны иһә бер ҙә ҡартаймай, йәштәрсә теремек, сибәр - йәш айырмаһы ҙур тип һис уйламаҫһың. Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, мөхәббәткә кәртә юҡ тигәнде үҙ миҫалында иҫбатлап ғүмер кисерә улар.
Автор: Миләүшә Сайтакова.
Читайте нас: