Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
2 Февраль 2021, 12:48

Ғаилә тип аталған утрау

Ғаилә мөнәсәбәттәре буйынса квалификациялы ярҙамды Башҡортостан Республикаһы Көньяҡ-көнсығыш “Ғаилә” район-ара үҙәгенең Ғаилә хеҙмәте дәүләт бюджет учреждениеһында алырға мөмкин.

Ғаилә менән эш—бик яуаплы хеҙмәт. Ғаилә хеҙмәте учреждениеһы етәксеһе Динә Аҡҡужина етәкселегендәге юрист, психолог, белгестәр, мәҙәни ойоштороусы, социаль эш буйынса белгестәр ғаилә сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен тормошҡа ашырыуҙа дәүләт тарафынан улар иңенә һалған бурыстың яуаплылығын яҡшы аңлайҙар.
Динә Ревмир ҡыҙы –белемле, алдынғы ҡарашлы лидер, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Ул үҙ коллективында татыу мөхит булдырған, ҡул аҫтындағылар етәксенән түгел, ә уны һынатыуҙан ҡурҡа. Һәйбәт етәкселә насар хеҙмәткәрҙәр булмай. Коллективта үҙ-ара хөрмәт, ярҙамсыллыҡ хөкөм һөрә. Шуға күрә белгестәр ҙә үҙ эштәрендә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә.
Ғаилә хеҙмәте алдына мөһим бурыстар ҡуйылған: бушлай юридик һәм психологик ярҙам, иң яҡшы ғаилә тәжрибәләрен ҡулланыу буйынса матур ғаиләләр менән эшләү, мохтаж ғаиләләргә матди ярҙам, балалар мәнфәғәтен яҡлау, халыҡтың социаль әүҙемлеген формалаштырыу һәм башҡалар.
Ғаилә хеҙмәте белгестәре күп балалы әсәләргә “Әсәлек даны” миҙалын алыуҙа документтар менән эшләй, мохтаж ғаиләләргә көндәлек кәрәкле тауарҙар менән тәьмин итеү йәки шәхси ярҙамсы хужалыҡты алып барыуҙа адреслы социаль ярҙам күрһәтеү, оло быуынға “Социаль туризм” программаһы буйынса юлламалар алыуҙа булышлыҡ итә, граждандарҙың өйҙә социаль хеҙмәткәрҙәр ярҙамына мохтаж булыуын аныҡлайҙар, йорт-интернеттарға юлламалар алыуҙа ярҙам итәләр, яңғыҙаҡ ололарҙы ғаиләләр ҡанаты аҫтына биреү буйынса эште практикалайҙар. Һуңғы ике йылда ғына улар 6 яңғыҙ граждандарҙы ғаиләләргә урынлаштырҙы.
2020 йылдан алып Ғаилә хеҙмәте ғаиләләрҙе социаль оҙатыу кеүек яңы эш формаһын үҙләштерә. Бында бөтә учреждениеларҙың ведомство-ара тығыҙ бәйләнеше мөһим. Бынан тыш, битараф булмаған кешеләр ҙә үҙ өлөшөн индерә ала. Мәҫәлән, һәр кем күршеләрендә социаль яҡтан имен булмаусылыҡтың тәү билдәләрен күреп, был турала Ғаилә хеҙмәтенә хәбәр итә ала. Белгестәр иһә был мәғлүмәтте бик һаҡ һәм иғтибарлы тикшереп, үҙ ярҙамын тәҡдим итә. Ғаилә ағзалары менән берлектә, уларҙың теләктәрен иҫәпкә алып, эш программаһына барлыҡ кәрәкле саралар индерелә. Ғаиләнең ауыр хәлдән мөмкин тиклем тиҙерәк сығыуы өсөн башҡа ведомстволар ҙа йәлеп ителә. Һәр белгес яҡынса 20-ләгән ғаилә менән эш итә.
Ғаилә хеҙмәте һәр йәһәттән әүҙем, райондың һәр ауылына, иң алыҫтарына ла, экстрен рәүештә сыға, шулай уҡ белгестәр эшләгән ғаиләләргә график буйынса барыуҙы планлаштыралар. Консультациялар үткәрәләр, ғаиләлә проблемаларҙы йырып сығыу буйынса эш планы билдәләйҙәр, янғын хәүефен иҫкәртеү буйынса инструктаж үткәрәләр һәм башҡалар.
Улар пандемия осоронда, төп эштәренән тыш, “Башҡортостан продукттары” проекты буйынса аҙи тәьмин ителгән һәм ишле ғаиләләргә аҙыҡ-түлек продукттары тараттылар. Дөйөм алғанда, 1165 ғаилә аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителгән.
Ғаилә хеҙмәте коллективы тарафынан күп төрлө саралар ойошторола. Традицияға әүерелгән “Ғаилә ялы” үҙе ни тора! Бындай сарала ата-әсәләр балалары менән бергәләп оҫталыҡ клстарында,экскурсияларҙа, квест уйындарҙа, күргәҙмә һәм бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнаша.
Шулай уҡ “Төпкөл ауылдарҙа эш үҙенсәлектәре” автор эшмәкәрлек йүнәлешен тормошҡа ашырып, күсмә “Ғаилә ял”дары ойошторолдо. Район үҙәгенән алыҫ урынлашҡан ауылдарҙағы ғаиләләргә ялдарҙы бергәләп файҙалы үткәреү мөмкинлеге асыла.
“Һабын бумы”, “Йомарт шишәмбе”, “Ҡыш бабайҙан сюрприз”, “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” оциаль акциялары күркәм традицияға әүерелде. Былтыр шәфҡәтлелек буйынса йыйылған 644 мең һумдан ашыу дөйөм суммаға 198 ғаиләнән 231 бала мәктәпкә әҙерләнде. Динә Ревмир ҡыҙы меценанттар адресына йылы рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. “Уларҙың ярҙамынан тыш эшләү һәм ғаиләләргә ярҙам итеү ҡатмарлыраҡ булыр ине”,--ти ул. Яңы йылға 310 бала тәмле-татлы күстәнәстәп алып ҡыуанған.
Ғаилә хеҙмәте “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ла ҡатнашты. Белгестәр ауылдарға сығып, активистар менән осрашыуҙар үткәрҙе. Тағы ла “Минең ғаиләм” проекты сиктәрендә әүҙем эшләнеләр—6 кеше реабилитация үҙәгенә дауаланыуға йүнәлтелгән, уларҙың 2-һе эскелектән дауаланған, ҡалған 4-һе реабилитация үтә.
Бынан тыш, белгестәр район ЮХХДИ-һы менән тығыҙ бәйләнеш тота. Юл-транспорт йәрәхәтен алыуҙы иҫкәртеү буйынса акция даими үткәрелә. Өсөнсө йыл рәттән Ғаилә хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре “Хәүефһеҙ юл—бәхетле ғаилә” акцияһы менән юлдарға сығалар—буклеттар һәм флаерҙар тараталар, йәйәүлеләр иғтибарын юл аша дөрөҫ сығыу ҡағиҙәләренә, йәғни велосипедтан төшөү, баланы етәкләү, наушниктарҙы сисеү кәрәклегенә йүнәлтәләр.
“Демография” милли һәм “Оло быуын” төбәк проекттары район үҙәгенән алыҫ урынлашҡан ауылдарҙағы өлкәндәр һәм инвалидтарға медицина тикшереүен үткәреү проблемаһын хәл итеүҙә ярҙам итә. Мәҫәлән, 65 йәштән өлкән 23 граждан Ғаилә хеҙмәте белгестәре тарафынан Аҡъяр үҙәк район дауаханаһына оҙатылды.
Ғаиләләр менән бик ҡыҙыҡлы клуб эштәре үткәрелә. Айына ике тапҡыр иң актуаль йүнәлештәр буйынса “Осрашыу урыны” клубында саралар ойошторола. Бер осрашыу балалар һәм ололар, икенсеһе--ата-әсәләр өсөн үткәрелә. Пандемия осоронда клуб онлайн форматта эшләне. Барлыҡ теләүселәрҙе “Бәйләнештә” беҙҙең төркөмгә яҙылырға саҡырабыҙ. Унда ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр күп: психолог һәм юристконсульт рубрикаһы, социаль түләмдәр буйынса белешмә, конкурстар һәм башҡалар бар.
Ғаилә хеҙмәте белгестәре заман менән бер аҙымда бара һәм даими рәүештә квалификацияларын күтәреү өҫтөндә эшләй. Мәҫәлән, психолог Эльза Шәнгәрәева медиацияға өйрәтеү буйынса курс үтте. Әгәр һеҙҙә ниндәйҙер бәхәс, хәл ителмәгән конфликт булһа, психологик медиацияға яҙылығыҙ. Телефоны: 8 (34758) 2-25-34.
Бөтөнләй яңы проект—“Көнъяҡ Уралда осрашыу” клубы старт ала. Ныҡлы ғаилә төҙөргә теләүселәрҙе “Бәйләнештә” беҙҙең төркөмгә саҡырабыҙ. Бик күп саралар, осрашыуҙар, квест, тәбиғәткә сығыуҙар планлаштырыла. Клубта психологтар, ял эшмәкәрлеген ойоштороусылар һәм, хатта димсе-астролог эшләйәсәк.
Әгәр һеҙҙә ниндәйҙер һорауҙар булһа, бәлки берәй ауыр тормош хәлендә ҡалһағыҙ, йәки үрҙә әйтелгән ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса клубтарға йөрөргә теләһәгеҙ, һеҙҙе Аҡъяр ауылы, М.Гәрәев урамы, 40 адресы буйынса көтәбеҙ. Шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә беҙҙең яңылыҡтарға яҙылығыҙ, һорауҙарығыҙҙы бирегеҙ.
Учреждениеның эшмәкәрлеге буйынса бөтә мәғлүмәт БР “Ғаилә” Көньяҡ-көнсығыш район-ара үҙәгенең рәсми сайтына ҡуйылған.
Л.Таёкина,
БР “Ғаилә” Көньяҡ-көнсығыш район-ара үҙәге директоры.
Читайте нас: