Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
1 Февраль 2021, 17:52

СИРЕҢДЕ КӨЛӨП ЕҢ!

-

Израилда бик ғәжәйеп тикшереү уҙғарылған. Берәүҙең ҡанын алып, уны экран аша күҙәткәндәр. Бактериялар әкрен генә хәрәкәт итә, макрофагтар--ҡандың таҙалығы өсөн яуап биреүселәр (үлгән күҙәнәктәрҙе, бактерияларҙы “тотоусылар”) ниңәлер “йоҡлай”. Улар бактерияны күрмәй.
Ошо ваҡытта ҡан хужаһына ҡыҙыҡлы кино, йәғни комедия күрһәтәләр. Кешенең кәйефе күтәрелеп китә. Һәм нимәһе ҡыҙыҡ: тикшереүгә алынған ҡандағы макрофаг та уяна һәм үҙ бурысын үтәргә тотона. Ҙур аппетит менән ул бактерияларҙы “йота” башлай.

Эйе, “аҡыл-тән” бәйлелеге күптән өйрәнелә. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, иммунитетты һаҡлаусы күҙәнәктәр туранан-тура кәйефкә бәйле. Әлеге тикшереүҙә лә икенсе бүлмәлә ултырыусы ҡан хужаһы менән алынған ҡан араһында бәйләнеш барлыҡҡа килә. Комедия ҡарап, кәйефен күтәргән кешенең күңел торошо тикшереүгә алынған ҡанға бирелә. Ғәжәпме? Ғәжәп! Тимәк, күҙгә күренмәҫ мәғлүмәт каналдары эшләй, ул үҙенән алыҫтағы сығанағына тәьҫир итә ала.

Бер аҙҙан тикшренеү үтеүсегә ҡурҡыныс кино күрһәтәләр. Был ваҡытта тикшереүгә алынған ҡанда бактериялар әүҙемләшә башлай. Шәбәйәләр, күбәйәләр, улар үҙ өйөндә йөрөгәндәй “хужалығын” күрһәтә башлай һәм макрофагтарға һөжүм итәләр. Ә улары иһә тирә-яҡҡа сәселеп ҡасырға тотона.
Тимәк, күңел торошо—организм “экологияһы” өсөн бик мөһим. Сөнки аҡыл, күңел торошо тулҡыны тирә-яҡҡа тарала, үҙ ҡаныбыҙҙағы күҙәнәктәргә тәьҫир итә. Әйткәндәй, үҙеңдекенә генә түгел. Нисекме? Сөнки балағыҙҙа ла һеҙҙең ҡан. Һеҙҙең кәйеф, күңел торошо балағыҙҙың макрофагтарын да үҙгәртә, ҡуҙғыта ала. Улар янығыҙҙамы, алыҫтамы – был мөһим түгел. Тимәк, “тоҡом иммунитеты” ҡандан да килә.

“Анатомия болезни” китабы авторы Норман Казинс та үҙ тәжрибәһендә көлөү ярҙамында сирҙәрҙе еңеп булыуын иҫбатлаған. Кире тойғолар эндокрин системаһын ҡаҡшата, ауырыуҙарҙың “провокаторы” булып тора. Ә ыңғай тойғолар, киреһенсә, стимул бирә.
Тимәк, көлөү ғүмерҙе оҙонайта, тип әйтеүҙәре юҡҡа ғына түгел. Йышыраҡ көлөгөҙ, йылмайығыҙ, күңелле музыка тыңлағыҙ, комедиялар ҡарағыҙ!

Автор: Резеда Вәлиева.

Читайте нас: