Өлкән ағайым автотранспорт йәмғиәтендә эшләгән саҡта Сибай-Күсей маршруты автобусын йөрөткәндә тыуған ауылы Моҡас аша үтеп барғанда зыяратта кемделер ерләүҙәрен күргән дә әсәйемә шылтыратып:
--Әсәй, ауылда кем мәрхүм булып ҡалды. Бөгөн кемде ҡуялар ул?—тип һораған.
--Күптән килеп хәлде лә белгәнегеҙ юҡ. Һәйбәтләп ҡара әле мине ерләмәйҙәр микән?—тип ағайымды ҡурҡытҡан.
Уныһы:«Кит, әсәй, юҡты һөйләмә!»--тигән ҡото осоп.
Әсәйҙәрҙең ваҡытында хәлен белеп торорға кәрәк шул. Оло кеше бала менән бер. Әйткән ваҡытынан саҡ ҡына һуңлап барһаң да, үсегеп арты менән тора, йәки һеҙҙе көттөм-көттөм дә килмәгәс, самауырҙы ҡаҡтым, ти ҙә ҡуя ул әсәй.
https://ataysal.rbsmi.ru/articles/yal-minuttary/Min-t-gelme-ik-n-656262/