Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
1 Февраль 2021, 18:20

Бер генә һүҙ етә

-

Улым Иҙел менән Рәмилә осрашып йөрөй тигәндәрен ишеткәс тә, ярты ҡартайҙым тиерлек. Ул ҡыҙҙың ата-әсәһен дә, туғандарын да яратманым. Уйлап ҡараһаң, аралашып йөрөгән кешеләр ҙә түгелбеҙ, һәүетемсә генә йәшәйҙәр. Улымды ҡыҙғандыммы, аңламаҫһың.
Иҙел армияға киткәс, Рәмилә ауырлы икәнен әйтте. Асыуымдың ҡабарыуы шунда... Күңелем һөймәгәнгә генә рәнйеттем шул ҡыҙҙы.
-Һине былай ҙа ишетеп, белеп торабыҙ. Күп егеттәр менән йөрөгәнең дә билдәле. Хәҙер килеп, әллә кемдең балаһын минең улыма элмәксе булаһыңмы? Бала беҙҙеке түгел. Алдырт, табыр булһаң, беҙҙән ярҙам көтмә,-тип зар илатып сығарып ебәрҙем.
Улыма ла шунда уҡ хәбәр иттем:
-Һин әрмегә киткәс тә әллә кемдәр менән йөрөгәнен ишеттем. Миңә ышанмаһаң, дуҫтарыңа шылтыратып һора,-тип һалып ебәрҙем.
Уның дуҫтарына ла йәнәһе лә уларҙан белешкән булып, хәбәрҙе үҙем уйлап сығарып ҡуйыртып һөйләнем, Иҙелгә хәбәр итеүҙәрен һораным. Улымдың ышаныуына эстән генә шатландым, әллә ниндәй зәһәр йыланды еңгәнменме ни, шул ҡыҙҙы күҙ алдына килтереп ҡыуаныуҙарым.
Рәмилә үтә ғорур, аҡыллы ҡыҙ булып сыҡты. Түгелеп илағанын, аҙналар буйына бер кем менән дә һөйләшмәй, ашамай-эсмәй ятҡанын ишетһәм дә, бер көн район үҙәгендә осратып хайран ҡалдым. Йөҙө ҡояштай балҡый, ҡупшы кейенгән, ыҡсым кәүҙәле, күҙҙәре янып тора, хатта, йылмайып һаулыҡ һорашырға ла тартынманы. Ә минең шул ваҡытта нимә кисергәнемде белһәгеҙ ине... Мин үҙемде көнләшеүҙән, асыуҙан, эсемдең ҡара яныуынан ҡатҡан, ҡороған, серегән ағас ботағы кеүек хис иттем. Оҙаҡламай Рәмиләнең ҡыҙ бәпәй тапты. Улым да хеҙмәтен тамамлап ҡайтып төштө. Рәмилә тураһында һорашманы ла, ишеткеһе лә килмәне. Ул турала бөтөнләй өйҙә һөйләшмәнек. Атаһы ғына бер нисә тапҡыр нимәлер әйтергә уҡталғайны - тыйҙым. Мин, һис шикһеҙ, улымдың икенсе ҡыҙҙы кәләш итеп алырына ышандым.
Улым ҡайтыу менән, күк төбө тишелдеме ни, тормош һынауҙарын теҙҙе генә. Хоҙайҙың барлығына шунан һуң нисек ышанмайһың инде. Улым әрменән ҡайтып ике аҙна үтеүгә дуҫтары менән машинала юл фажиғәһенә осрап баш мейеһен яраланы. Бер йыл тигәндәй түшәктә ятып үлеп китте. Беҙ күргәнде, хоҙай берәүгә лә күрһәтмәһен инде. Баламдың интегеүҙәре... Тере мәйет булып ятыуҙары...
Ҡара ҡайғыға батҡан иремдең: “Шул ғәйбәтең генә баланың башына етте инде. Ултырыр ине хәҙер бәпәйен һөйөп,”-тигән һүҙҙәре тамам хәлемде алды. Шул көндән Рәмиләнең йәшкә төрөлгән күҙҙәре күҙ алдынан китмәй ыҙалата. Ниңә генә шул баланың күңелен ҡыйҙым, һуң? Шул ғына һүҙҙәр өсөн, ниңә хоҙай минән баламды тартып алды икән? Үҙемдең ғүмеремде алһа яҡшыраҡ булыр ине лә бит.
Сәғәт телдәре ҡуҙғалды тигәндәй, улымдың үлеүенә ярты йыл үтмәне, ҡапыл ғына ирем донъя ҡуйҙы. Ике ҡыҙым мәктәпте тамамлап алыҫ ҡалаларға уҡырға сығып киттеләр. Япа-яңғыҙым яландай ҙур өйҙә ярһып илап ултырып ҡалдым.
Ваҡыт күңел яраларын төҙәтә тигәндәре, дөрөҫ түгел икән. Ваҡыт үткән һайын шул ҡылығым өсөн үкенәм, терһәгемде тешләрҙәй булам да бит. Рәмиләгә килгәндә, ҡыҙын шул тиклем матур итеп тәрбиәләп, ел –ямғырҙан ышыҡлап ҡына үҫтереп килә. Балаҡай шул тиклем улыма оҡшаған.
Рәмиләнең яңғыҙы бала үҫтергәненә лә, улымдың ғүмере ҡыйылғанға ла үҙемде генә ғәйепләйем. Үҙ ҡулдарым менән ике кешенең яҙмышын ҡыйҙым. Шул тиклем Рәмиләнән ғәфү үтенгем, ейәнсәремде тәрбиәләшкем килә. Тик үҙ ҡылығымдан ғәрләнеп, уларға яҡын барырға оялам. Уныһы ғынамы әле.... Ҡыҙҙарым да тормош иптәштәренән уңманы, айырылышып ҡуйҙылар.
Нимә эшләргә миңә? Нисек хоҙайҙан ярлыҡау һорарға?
Бына шундай хәлдәр осрай тормошта. Яҙмыштарҙы бөтөнләй икенсе йүнәлешкә борор өсөн дә бер генә һүҙ етә...
Автор: Әлфирә Үҙәнбаева.

Читайте нас: