Район музейы директоры Рәзилә Байғусҡарова, өләсәй ролендә, балалар менән әңгәмәләшеп, һандыҡта тылсымлы әйберҙәр һаҡланыуы, уның тәғәйенләнеше тураһында һөйләне.
Рәзилә Фазулла ҡыҙы һандыҡ эсенән “Алтын тамсы” тип аталған башҡорт халыҡ китабын алып, “Моң сере” әкиәтен уҡыны. Әкиәттә ҡубыҙҙа оҫта уйнауы менән бай ҡыҙын сирҙән ҡотҡарған һәләтле егет тураһында һүҙ бара. Әкиәтте уҡығанда ул тылсымлы һандыҡтан музыка инструменттары: ҡубыҙ һәм скрипка, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейемдәре: күлдәк, елән, ҡашмау, селтәр, башҡорт ир-егеттәре костюмдары: күлдәк, елән, түбәтәй һәм башҡаларҙы алды. Быларҙың барыһы тураһында ла әкиәттә әйтелә.
Артабан балалар район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Илгиз Ҡырымғужиндың ҡубыҙҙа уйнауын тыңланы. Илгиз Рафайыл улы үҙ сығышында ҡубыҙ, уның төрҙәре тураһында һөйләп, балаларға оҫталыҡ класы күрһәтте.