Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
28 Ғинуар 2021, 01:10

28 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай

Тура трансляцияны иртәнге сәғәт 11-ҙә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Сәләм», «Башҡортостан 24», «Вся Уфа» һәм UTV телеканалдарында, шулай уҡ YouTube, социаль селтәрҙәрҙә ҡарарға мөмкин //

28 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 11-ҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай. Тура трансляцияны Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Сәләм», «Башҡортостан 24», «Вся Уфа» һәм UTV телеканалдарында, шулай уҡ YouTube, социаль селтәрҙәрҙә ҡарарға мөмкин.
Республика Башлығының йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе – сәйәси һәм иҡтисади ысынбарлыҡты иҫәпкә алып, төбәктең яҡын киләсәккә төп үҫеш йүнәлештәрен билдәләгән мөһим документ.
Мөрәжәғәтнамә республика тормошоноң барлыҡ аспекттарына – закондар сығарыу базаһына, иҡтисадҡа, сәнәғәттең һәм ауыл хужалығының төрлө тармаҡтарына, һаулыҡ һаҡлауға, мәғарифҡа, социаль өлкәгә ҡағыла.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: