Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
25 Ғинуар 2021, 01:01

Әсә тип атарға тел әйләнмәй

Балаларын тәрбиәләү урынына эскелеккә һалышҡан 34 йәшлек ҡатынға ҡарата енәйәт эше асылған. 2016 йылдан алып әсә иҫкәртеү иҫәбендә тора. //

Балаларын тәрбиәләү урынына эскелеккә һалышҡан 34 йәшлек ҡатынға ҡарата енәйәт эше асылған. 2016 йылдан алып әсә иҫкәртеү иҫәбендә тора. 12 йәшлек улы һуңғы ваҡытта атаһы эргәһендә йәшәй, әсәһе уның хаҡында бер ниндәй ҙә хәстәрлек күрмәй.
Иң ауыры Белорет районында йәшәгән ете йәшлек ҡыҙға төшә, уға эскесе әсәһе менән көн итергә тура килә. Ҡатындың шешәләш әшнәләре күп, ғүмерен күңелле табын артында үткәрергә әүәҫләнгән, ә ҡыҙында бөтөнләй эше юҡ. Бер нисә тапҡыр иҫкәртеү әңгәмәләре үткәреп ҡарағандар, тик һөҙөмтәһе булмаған.
Ахырҙа тәрбиәһеҙ яфаланған ҡыҙҙы социаль приютҡа алғандар. Сабыйҙың төрлө сирҙәр менән ауырығаны асыҡланған. Әле Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса тәүтикшереү бүлегендә ҡатынға ҡарата енәйәт эше ҡарала.
Фото:Osnmedia.ru
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: