Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
19 Ғинуар 2021, 13:18

Туңған сейәнән тәмлекәстәр

/

Бының өсөн ярты килограмм ҡатлы ҡамыр, 250 грамм сейә (алдан иретергә), өс-биш ҡалаҡ шәкәр, ике-өс ҡалаҡ крахмал, бер йомортҡа, он кәрәк.
Тәүҙә ирегән сейәнең һыуын түгеп, шәкәр һалып һәйбәтләп бутайбыҙ. Әҙерәк он һибеп ҡамырҙы йәйәбеҙ ҙә шаҡмаҡ итеп ҡырҡабыҙ. Шаҡмаҡтарға туғылған йомортҡа һөртөп бер яҡ өлөшөнә сейә һалып, крахмал һибеп ҡамырҙы йәбештерәбеҙ. Ситтәренә сәнске ярҙамында биҙәктәр эшләйбеҙ.
Шунан формаға пекарь ҡағыҙы түшәп тәмлекәстәрҙе теҙеп өҫтөнә туғылған йомортҡа һөртәбеҙ. Мейесте 200 градусҡа тиклем йылытып 20-25 минут тирәһе бешерәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Автор: Рисаля Юмагулова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/Tu-an-sey-n-n-t-mlek-st-r-637821/
Читайте нас: