Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
19 Ғинуар 2021, 19:08

“Нисек ғәфү итергә һине, Алина? ”

-

Артур – Өфө егете, ғаиләлә берҙән-бер бала. Шулай ҙа уҡытыусы әсәй менән инженер атай уны һис тә иркәләп, артыҡ шаштырып үҫтермәне. Үҙҙәре кеүек намыҫлы, изге күңелле итеп тәрбиәләргә тырышты улар улдарын. Яҡшы белемгә эйә булып, ярайһы уҡ һәйбәт эшкә урынлашып, кистәрен спорт менән шөғөлләнде йәш кеше. 28 йәше тулғас, атай-әсәй ҡосағынан сығып, айырым йәшәргә теләк белдерҙе. Был ваҡытҡа уға тип ике бүлмәле айырым фатир алынған ине инде. “Борсолмағыҙ, ҡалған ипотеканы ла, башҡа түләүҙәрҙе лә үҙ өҫтөмә алам” - тине улдары.
Тормошо шулай һәүетемсә генә дауам иткәндә, Артур башын юғалтырлыҡ итеп ғашиҡ булды. Юҡ, бығаса дуҫлашып йөрөгән ҡыҙҙары булды уның, әммә Алинаны ише бер кемде лә яратмағандыр.
Ҡыҙға иғтибарын да, ваҡытын да йәлләмәне егет: бүләктәр, романтик мөхиттәге киске аштар, матур ял саралары – барыһы ла булды. Тиҙҙән улар бергә йәшәргә ҡарар итте. Артур никах, туй тураһында пландар ҡорҙо. Алина уның тормошона ҙур мәғәнә, йәм өҫтәгәндәй булды. Һөйгәненең ваҡыты-ваҡыты менән көйһөҙләнеп, холоҡ күрһәтеп алыуы ла уның йөрәгендә дөрләгән мөхәббәт утын кәметмәне. Ярты йыл самаһы йәшәгәс, көндәрҙән бер көндө Алина “башҡа кешене осраттым, беҙ пар түгел”, тип, әйберҙәрен йыйып сығып китте.
Бик ауыр кисерҙе был хәлде Артур. Арҡаһына бысаҡ ҡаҙағандай булды Алинаның был ҡылығы. Ә бит егет өйләнергә, гөрләтеп туй үткәрергә тәҡдим иткәйне.
Бер айҙан һуң илап, ғәфү үтенеп, Алина шылтыратты. Артур уны тыңлап та тормаҫтан, телефонын һүндерҙе. Ҡыҙ һағалап тороп, фатирына ла килде. Бер ай йәшәп өлгөргән “мөхәббәте” ҡыҙғанып, ҡыҙға ҡул күтәрергә лә өлгөргән икән. Социаль селтәр аша мең тапҡыр ғәфү үтенеп яҙыуҙар ҙа, осрашып аңлашырға теләүҙәр ҙә егеттең яраланған йөрәген иретә алманы.
Тиҙҙән Алина ауырлы булыуын, тыуасаҡ баланың атаһы Артур икәнен белдерҙе. Үҙен ташлап башҡаға сығып киткән кешене һис тә ғәфү итә алманы егет. Шулай ҙа күңелен икеле уйҙар биләп алды. “Әгәр ысынлап та баланың атаһы мин булһам, үҙ баламдан баш тартҡан кеүек булып сығам бит. Алинаның иң яуаплы, ауыр мәлдәрендә янында булмауым өсөн һуңынан үҙемде ғәйепләмәҫменме?” – ти йәш кеше.
Әлегә Алина йөклөлөктөң етенсе айын үткәрә. Артур уға аҡсалата ярҙам итә. Бала тыуғас, ДНК-ға тест үткәрергә уйлай. “Әгәр бала һинеке булһа, ул саҡта нисек буласаҡ?” - тигән һорауға, “Әлегә белмәйем... Баламдың яртылаш ғаиләлә үҫеүен теләмәйем, әлбиттә. Алинаға булған хистәрем дә һүнмәгән ахыры... Әле лә яратам, һағынам мин уны... Тик хыянатын кисерергә көс табырмынмы, юҡмы?”
Фото: zolotoe-pero.net
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.
Читайте нас: