Хәйбулла хәбәрҙәре
+5 °С
Ямғыр
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
14 Ғинуар 2021, 18:58
Ғинуарҙа баҡса эштәре
-
Тәжрибәле баҡсасыларҙың ял итергә ваҡыты юҡ. Хатта баҡсаны ҡар баҫҡанда ла, ул иғтибар талап итә. Әлеге мәлдә ниндәй эштәр башҡарырға кәрәк? Был хаҡта ентекләберәк Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалының үҫемлектәрҙе һаҡлау бүлеге етксеһе Эльма Саҙыҡова һөйләне.
Башҡортостанда ғинуарҙың башында яуым-төшөм нормаһының 80 проценты яуҙы. Шуға ҡар көрәгәндә, уны күп йыллыҡ сәскәләр, ҡыуаҡтар, емеш ағастары аҫтына ташлағыҙ. Ҡар – иң осһоҙ йылытыу сараһы. Әгәр үҫемлектәрҙе махсус япма менән япһағыҙ, уның теүәллеген тикшерегеҙ ҙә, өҫтөнә ҡар һибегеҙ.
Шулай уҡ теплицағыҙҙы ла ҡарҙан әрсеп ҡуйығыҙ. Ауыр ҡар поликарбонатҡа ла зыян килтереүе ихтимал, металл конструкцияларын да бөгөүе бар.
Йәш ағастарҙың ботаҡтарына ауыр ҡар һырылһа, уларҙы ҡағып төшөрөргә кәңәш итәм, сөнки уларҙың һыныуы ихтимал.
Кимереүселәр әүҙемләшкән осор. Улар башлыса виноград һәм ҡыуаҡлыҡтар араһында оя ҡора. Шул ергә ағыу сәсегеҙ. Сысҡандар айырыуса йәш ағастарҙың олонон һәм тамырын ашап, ҙур зыян килтерә. Уларға ҡаршы ағыуҙы теплица эсендә, еләк түтәлдәре эргәһендә, ярҙамсыл төҙөлөштәр эргәһенә һибегеҙ.
Өйҙә иһә орлоҡтарҙы тикшереп, әҙерләп ҡуйыу өсөн уңайлы мәл. Буласаҡ түтәлдәрҙең схемаһын һыҙып, ҡайҙа нимә ултыртырға икәнлеген планлаштырығыҙ. Орлоҡтарҙы иһә бик ентекле һайларға кәрәк.
Төрлө ашаламалрҙы ла ғинуар-февраль айҙарында алып ҡуйығыҙ, сөнки яҙға уларҙың хаҡы бермә-бер артасаҡ.
Ғинуарҙа беренсе үҫентеләрҙе сәсергә мөмкин: сельдерей, борос, баклажан, картуф, еләк һәм һуң өлгөрә торған кәбеҫтәне. Тик уларға өҫтәмә яҡтыртыу кәрәк буласағын онотмағыҙ. Помидор, кишер, борос орлоғон шыттырып, орлоҡтоң сифатын тикшереп ҡарағыҙ.
фото:
news.myseldon.com
Автор: Лилия Нуретдинова.
Читайте нас:
Новости партнеров
Синоптиктарға ышанырғамы, Рәйес бабайғамы?
“Җиде бала үстек әткәй белән...”
О чём говорят немые колонны Уфы