Бөгөн иҫкесә Яңы йыл. Кемдер уға иғтибар бирмәй, кемдер яҡындарын ҡотлай, теләктәр теләй, ә бына Һаҡмар-Наҙарғол ауылы халҡы уны билдәләй.
Бөгөн улар ауыл урамына ҡуйылған шыршы янына йыйылып күңел асҡан: төрлө уйындар ойоштороп ярышҡандар, йырлағандар, бейегәндәр.
--Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу халыҡтың иң көтөп алған, мәңге ялҡытмаҫ геройҙары булыуҙарын тағы ла бер тапҡыр раҫланы. Улар уйындар ойоштороп ҡатнашыусыларға шәп бүләктәрен өләште. Матур маскалар кейгән ауылдаштар йәнә лә байрамға йәм өҫтәне,--тип яҙа улар “Бәйләнештә” социаль селтәрендә.
Шыршы янында саралар тамамланғас, ауыл әүҙемдәре урам буйлап биҙәлгән атта елдереп, күтәренке кәйефе өләшкән. Ҡыш бабайҙар һәм Ҡарһылыуҙар ололарҙың өйҙәренә инеп байрам менән ҡотлап, күстәнәстәр таратҡан.
Афарин! Бошоноп түгел, үҙ күңелегеҙҙе үҙегеҙ күреп, көр күңел, яҡшы кәйеф менән йәшәйһегеҙ!
https://ataysal.rbsmi.ru/articles/bayramdar/Ya-ShI-K-YEF-L-ShK-ND-R-631700/