Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
4 Ғинуар 2021, 13:18

БАШҠОРТОСТАНДА БЕР КӨНДӘ 22 КЕШЕ МИЛЛИОНЕР БУЛҒАН

,

Юлай Мурзабаев

Улар лотерея уйнатыуҙа отҡан. Башҡортостан ил буйынса иң күп отоусы төбәктәр араһында өсөнсө, тип хәбәр итә “Башинформ”. Мәскәүҙә лотереяла ҡатнашыусыларҙың 113-ө, Санкт-Петербургта – 45-е, Башҡортостанда 22 кше миллионер булған.
Рәсәйҙең дәүләт лотереялары тарихында 581 кеше миллионер булыуы рекордлы һан, тип хәбәр итә матбуғат хеҙмәте. “Столото” мәғлүмәттәре буйынса, тағы 593 ҡатнашыусы 68-се йөрөштә бөтә 30 һанды бер юлы япҡан һәм 1-әр миллионлыҡ 419 призды үҙ-ара бүлешкән. Уларҙың һәр ҡайһыһы һөҙөмтәлә 700 мең һумдан артыҡ аҡса отҡан.
Яңы йыл тиражында бөтәһе 2,32 млрд һум уйнатылған.
Читайте нас: