Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының “Бала табырға ваҡыт” әсәләр платформаһы” проекты эксперттары (onf.ru ) торлаҡ һатып алыу өсөн ауыл ипотекаһын - йылына өс процентлыҡ ставка менән ташламалы кредитты нисек алыу шарттарын күрһәткән инфографика әҙерләгән. Унда программала ҡайһы банктарҙың ҡатнашыуы, тәүге иғәнә күләме, ғаиләләрҙең ниндәй суммаға дәғүә итеү мөмкинлеге, был аҡсаға ниндәй торлаҡ һатып алып булыуы аныҡ күрһәтелә.
“Ауыл ипотекаһы” әҙер торлаҡ, шулай уҡ төҙөлөш барған йорт йәки фатир һатып алырға мөмкинлек бирә. Программаға ярашлы, ауылда йәшәгән йәки унда төпләнергә планлаштырған Рәсәй граждандары 0,1-3 процент ставка менән кредит алыуға хоҡуҡлы.
Барыһы хаҡында ошо һылтанма буйынса инеп ҡарарға мөмкин: https://onf.ru/2020/11/19/eksperty-onf-s-pomoshchyu-infografiki-obyasnili-kak-poluchit-selskuyu-ipoteku/