Кисә, “TERRA ZIMA” фестивале сараларына ярашлы, Өфөлә көтөп алынған мауыҡтырғыс Ҡарһылыуҙар парады үтте. Унда билдәле эстрада йырсыһы Анна Семенович та ҡатнашты.
Ҡарһылыуҙар парадында республиканың төрлө район-ҡалаларынан 400-гә яҡын ҡыҙ ҡатнашты. Асҡын, Иглин, Нуриман, Ишембай, Ҡариҙел, Шишмә, Благовещен, Баҡалы, Дүртөйлө, Миәкә, Саҡмағош, Тәтешле райондарынан, Дәүләкән, Яңауыл, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Сибай һәм башҡа ҡалаларҙан килгән Ҡарһылыуҙар береһенән-береһе матур костюмдарҙа баш ҡала буйлап уҙҙы. Конкурста 100 мең һумлыҡ Гран-приға Азалия Чанышева лайыҡ булды. ”Мини” номинацияһында алты йәшлек Эмилия Фәйзуллина, “Иң яҡшы этник костюм” номинацияһында Асҡын районы ҡыҙы Динара Ғилфанова еңеү яуланы. Төркөм зачетында Дүртөйлө районы һәм Күмертау ҡалаһы командаларына еткәндәр булманы. Инна Семенихинаның үҙе ижад иткән үҙенсәлекле костюмы ла жюри ағзаларына бик оҡшаны.