Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
2 Ғинуар 2021, 13:45

"Бер йылмайҙың. Ун тапҡыр туланың. Холоҡһоҙлоғоңдо күрһәттең..."

-

Башҡорт һәм татар эстрадаһының сағыу йондоҙо Илһөйә Бәҙретдинова социаль селтәрҙә үткән һәм яңы йылдарға бәйле тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
"Әллә ниндәйерәк булдың һин, 2020 йыл, - тип яҙҙы ул үпкә ҡатыш. - Аҡ-ҡараны айырмаған иҫерек кеүек. Бер йылмайҙың. Ун тапҡыр туланың. Холоҡһоҙлоғоңдо күрһәттең. Был һыҙатың бигерәк тә артып китте. Юҡ, гел насар тимәйем. Мәҫәлән, еләк-емеш мул булды быйыл. Иҫерек йомарт була бит ул. Күп нәмәләргә күҙ асылды.
2021 йыл! Һин күҙ алдыңа ла килтермәйһең... Нисек зарығып, ҙур өмөттәр бағлап көтәбеҙ һине! Аҡыллы бул! Айыҡ бул!"
Әйткәндәй, Илһөйә Бәҙретдинова быйылға тик бер генә үтенесен әйткән: "Сәләмәтлек бир барыбыҙға ла, йәме..."
Беҙ ҙә яратҡан йырсыбыҙҙың изге теләгенә ҡушылабыҙ: һәммәбеҙ ҙә һау-сәләмәт булайыҡ, йырлап йәшәйек!
Фото: "Интертат" сайты.
Автор: Карима Усманова.
Читайте нас: