Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
31 Декабрь 2020, 12:49

Элекке етәкселәр менән ниндәй мөнәсәбәттә?

Радий Хәбиров матбуғат конференцияһында Мортаза Рәхимов менән Рөстәм Хәмитовҡа ҡарата мөнәсәбәтен белдерҙе.

Башҡортостан Башлығының матбуғат конференцияһында Радий Фәрит улынан элекке етәкселәргә - Мортаза Рәхимов менән Рөстәм Хәмитовҡа ҡарата мөнәсәбәте тураһында һоранылар.
“Минән һуң килгән кешеләрҙең үҙемә ҡарата ниндәй мөнәсәбәттә булыуын теләһәм, уларға шулай ҡарайым”, – тине республика Башлығы.
– Мортаза Ғөбәйҙулла улына ҡарата мөнәсәбәтемде бөтәһе лә яҡшы белә. Кеше шулай ҡоролған: остазың бар икән, ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡ тыуһа ла, һин уға ыңғай ҡарашта булаһың. Мортаза Ғөбәйҙулла улы бөгөн ғаиләһе менән тыныс тормош алып бара. Ваҡыт-ваҡыты менән аралашып торабыҙ. Былтыр йышыраҡ осраша инек, быйыл коронавирус сәбәпле һирәгерәк. Беҙҙең мөнәсәбәттәр яҡшы, ул нимәлер әйтә, теге йәки был хәлгә иғтибар итеүҙе һорай. Беҙ уны үтәргә тырышабыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Радий Фәрит улы Рөстәм Хәмитовҡа ҡарата ла фекерен әйтте.
– Рөстәм Зәки улы менән һирәгерәк аралашабыҙ. Һис шикһеҙ, бер-беребеҙгә хөрмәт менән ҡарайбыҙ. Алмашынған саҡта төплө генә һөйләшкәйнек: мин унан нимәгә иғтибарлыраҡ булырға кәрәклеге тураһында һораным. Тәҡдимдәре әле һаман бар, ваҡыт-ваҡыты менән ҡарап, сағыштырып алам. Ул ҡайһы бер нәмәләрҙе бик тәрән эшләгән, – тине Радий Фәрит улы.
Башлыҡ фекеренсә, был власты тыныс ҡына тапшырырға өйрәнеү осрағы. “Һин эшләнең, киттең, бәлки, ҡайҙалыр яңылышҡанһыңдыр. Мин киткәс тә, хаталарым булыуы ихтимал. Тик мин эшләнем, тырыштым һәм үҙемдән һуң килгән кешенең башҡарған мөһим эштәремә хөрмәт менән ҡарауын теләйем. Шуға күрә Мортаза Ғөбәйҙулла улы менән Рөстәм Зәки улына мөнәсәбәтем ошо принциптар нигеҙендә ҡорола”, – тине ул.
Фото: Яндекс.Дзен
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: