Ғалимдар билдәүенсә, йәшелсә-емештең төҫөнә ҡарап та файҙаһы була икән...
Һары төҫ кәйефте һәм аппетитты күтәрә, гармонияла йәшәргә ярҙам итә. Ә бына ошо төҫтәге барлыҡ цитрустарҙа, персик, ҡауын, өрөк, хөрмә, кишер, ҡабаҡ, бороста С витамины, бета-каротин, пектин, антиоксиданттар күп. Был емеш-йәшелсә күреү һәләтен яҡшыртырға ярҙам итә, тирене ҡоротмай, йөрәк һәм иммун системаларын көсәйтә, яман шеш үҫеү хәүефен кәметә, аш һеңдереү юлдары һәм бауырҙың эшмәкәрлеген яҡшырта, лимфосистеманы әүҙемләштерә.
Аҡ төҫтәге йәшелсәләргә һарымһаҡ, һуған, картуф, аҡ ҡауын, пастернак, сельдерей һәм петрушка тамырҙары, кәбеҫтә һәм аҡ спаржа инә. Тыштан ҡара, эстән аҡ булғандары – иң файҙалыһы. Был йәшелсәләр тынысландырыу көсөнә эйә, иммун системаһын нығыта, кәүҙә ауырлығын контролдә тоторға ярҙам итә. Бауырҙы токсиндарҙан таҙарта, тиренең һау-сәләмәт булыуына йоғонто яһай. Уларҙағы кверцетин тигән матдә сирҙәргә ҡаршы тороу һәләтенә эйә.
Йәшел төҫтәге киви, авокадо, лайм, артишок, спаржа, ҡыяҡлы тәмләткестәр, ташҡабаҡ, борсаҡ, алма, виноградта лютеин, кальций кеүек күп витаминдар бар. Улар күреү һәләтен, һөйәктәрҙе, тештәрҙе нығытыуға, бауырға ярҙам итә. Был йәшелсә-емеш составындағы хлорофилл организмдағы токсиндарҙы сығара, насар холестериндың кимәлен кәметә, эсәктәрҙең эшмәкәрлеген яйға һала, бактериялы инфекцияларҙан һаҡлай, организмды тонуста тоторға булышлыҡ итә.
Фиолет төҫтәге ҡара ҡарағат, көртмәле, виноград, слива, баклажан, картуф, ҡара борос, ҡара һәм күк бөрлөгәндең аллергияға ҡаршы тороу көсө бар. Бетанидин тигән матдә Е витаминын үҙләштерергә ярҙам итә. Ә ул тире һәм сәсте яҡшыртып, организмды йәшәртеү һәләтенә эйә. Был витамин айырыуса ауырлы ҡатындарға кәрәк. Шулай ҙа был йәшелсә-емеш менән һағыраҡ булыу талап ителә — аллергия тыуҙырыуы ихтимал.
Ҡыҙыл төҫтәге еләк, сөгөлдөр, помидор, редис, борос, һуған, алма йәшәү көсө һәм энергия бирә. Уларҙа антиоксиданттар һәм С витамины бар. Йөрәк-ҡан тамырҙарын нығыта, холестерин төйөндәре барлыҡҡа килеүҙе иҫкәртә, яман шештең үҫешен баҫа, ҡартайыуҙы кисектерә.
Йәнә шуға ла иғтибар итергә кәрәк: ҡыҙыл төҫтәге йәшелсә-емеште аллергиянан, юғары ҡан баҫымынан интеккәндәргә, ҡуҙғып барған кешеләргә һаҡ ҡулланырға кәңәш ителә.