Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
18 Декабрь 2020, 12:08

Зилә һәм Хәсән Усмановтарҙан – Яңы йыл табынына бәшмәктәр

/

Көн артынан көн үтеп, йыл аҙағына ла яҡынлашабыҙ. Майҙандарҙы сағыу уттары менән балҡыған шыршылар биҙәй, сауҙа кәштәләре Яңы йыл бүләктәре менән тулды. Кешене өмөт йәшәтә, беҙ барыбыҙ ҙа башланасаҡ йылдың быйылғыһына ҡарағанда уңышлыраҡ булыуын, ауырлыҡтарҙың иҫке йылда тороп ҡалып онотолоуын теләйбеҙ.
Һеҙгә байрам кәйефе өҫтәп, башҡорт йыр сәнғәтенең парлы һандуғастары булып танылған Усмановтар ғаиләһенән тәмле ҡабымлыҡ рецебы тәҡдим итәбеҙ.
Зилә һәм Хәсәндең ғаиләһе өсөн Яңы йыл – иң көтөп алған байрамдарҙың береһе. “Был байрам мәшәҡәттәре нисектер бала саҡҡа алып ҡайта төҫлө, күңелле ваҡыттарҙы иҫкә төшөрә, – тине ғаилә башлығы Хәсән Усманов. – Беҙ уны күберәк ғаилә мөхитендә ҡаршы алырға ғәҙәтләнгәнбеҙ: йә үҙебеҙҙең өйҙә, йә Бөрйәндә ҡайным менән ҡәйнәм янында. Быйыл да ошо матур йоланан ситләшмәҫбеҙ, тип торабыҙ. Ә уҙып барған йылға килгәндә, ул ауыр ғына булды. Юғалтыуҙар йөрәкте өттө. Шуға күрә килер йылға яҡты өмөттәр бағлайбыҙ, барлыҡ кешелеккә, республикабыҙға һаулыҡ, именлек теләп аяҡ баҫабыҙ”.
Йырсы пар Яңы йыл табынына бик тәмле ҡабымлыҡ тәҡдим итте. Үҙенсәлекле бәшмәктәр өҫтәлегеҙгә һис шикһеҙ йәм өҫтәр.
“Тырҡыш” ҡабымлығы
Бының өсөн ике бешкән йомортҡа, 100–200 грамм тауыҡ ите йәки ветчина, 100 грамм сыр, ике аш ҡалағы майонез, биҙәү өсөн ҡыяр, салат япраҡтары, черри помидорҙары кәрәк буласаҡ.
Бешкән тауыҡ итен, йомортҡаны, сырҙы ҡырғыстан үткәрәбеҙ һәм майонез өҫтәп, массанан йомроҡастар әүәләйбеҙ. Йәйпәк тәрилкәгә салат япрағы һалып, түңәрәкләп киҫелгән ҡыяр теҙәбеҙ һәм ошо ҡыяр киҫәктәренә әлеге йомроҡастарҙы ултыртабыҙ. Черри помидорын уртаға киҫеп, өҫтәренә эшләпә итеп кейҙерәбеҙ.
Майонез менән төртөктәр эшләһәк, шундай тәмле, ашарға яраҡлы тырҡыш “бәшмәктәр” килеп сыға. Табындарығыҙ бай, бәрәкәтле, етеп килгән Яңы йыл ҡотло булһын!

Фото: Усмановтар ғаиләһенең шәхси архивынан.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/Zil--m-H-s-n-Usmanovtar-an--Ya-i-yil-tabinina-b-shm-kt-r-596379/
Читайте нас: