Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
16 Декабрь 2020, 13:23

Мөхәббәт һәм татыулыҡтың сағыу өлгөһө

Аҡъяр ауылынан Әхмәт һәм Венера Хәмиҙуллиндар 50 йыл бергә

Ярты быуат бер бөтөн булып матур ғүмер иткән был татыу пар район үҙәгенә йәм өҫтәй, уның ҡотон арттыра. Оло йәшкә етеүҙәренә ҡарамаҫтан, йәштәрҙән бер ҙә ҡалышмайҙар, мал аҫрап, баҡса үҫтереп матур, етеш донъя көтәләр, һәр кемгә алсаҡ, асыҡ йөҙлөләр. Уларҙы хаҡлы рәүештә Аҡъярҙың хөрмәтле граждандары тип атарға мөмкин.
Әхмәт һәм Венера Хәмиҙуллиндар 1970 йылдың йәмле июнь айында ғаилә ҡоролар. Сибай ҡыҙы Венера апай 1969 йылда Сибай медицина училищеһын тамамлап, йүнәлтмә буйынса Аҡъяр үҙәк район дауаханаһына эшкә килә. Шунда мыҡты кәүҙәле, шаян, йор һүҙле Әхмәт Хәмит улы менән танышып, Йәнтеш ауылына килен булып төшә.
- Хәйбуллала бер-ике йыл эшләрмен дә кире Сибайға ҡайтырмын тип килгәйнем, бында килен булып тороп ҡалдым, - тип йылмая Венера Сабирйән ҡыҙы.
Милицияның отставклағы подполковнигы Әхмәт Хәмит улының хеҙмәт юлы эске эштәр бүлеге менән бәйле. Өфөләге МВД мәктәбен, ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлаған мәҡәләм геройы бөтә ғүмерен хоҡуҡ һаҡлау органында хеҙмәт итеүгә арнай. Ябай сержанттан бүлек начальнигы вазифаһына тиклем күтәрелә. 10 йыл Бөрйән районы эске эштәр бүлеген етәкләй. Бөрйәндәр Әхмәт ағайҙы әле лә йылы һүҙҙәр менән хәтергә ала.
Мәҡәләне тулыраҡ гәзитебеҙҙең 100-сө һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: