Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
15 Декабрь 2020, 16:01

НИНДӘЙ БҮЛӘК ҺАЙЛАРҒА?

/

Тиҙҙән 2021 йыл ишек шаҡыясаҡ. Яҡындарға, дуҫтарға бүләк һайлар мәл етә.
Аҡ металл Үгеҙ йылында кешегә көндәлек тормошта кәрәк булған бүләктәр алырға мөмкин. Мәҫәлән, аш-һыу бүлмәһендә йыш ҡулланыла торған һауыт-һаба, кәрәк-яраҡ – үгеҙ рәсеме төшкән сынаяҡ, алъяпҡыс һәм башҡалар.
Бүләктәрҙең төҫө аҡ, металдан булһа яҡшыраҡ.
Тәбиғәткә сыҡҡанда ҡулланыла торған әйберҙәр бүләк итһәгеҙ ҙә яҡшы булыр.
Яҡындарығыҙҙы йомшаҡ халат, йылы плед менән һөйөндөрһәгеҙ ҙә үгеҙ күңеленә хуш килер.
Ә инде йомартланып китһәгеҙ, ике лә уйламайынса көнкүреш техникаһы бүләк итегеҙ. Мәҫәлән, блендер, миксер, каһүә бешерә торған ҡоролма һәм башҡалар.
Сығанаҡ: https://yandex.ru
https://svetlyi-put-b.rbsmi.ru/articles/common_material/Nind-y-b-l-k-aylar-a-591530/
Читайте нас: