Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
14 Декабрь 2020, 16:24

Прививканан һуң сир ниңә йоға?

-

Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко илдә күҙәнәктәр иммунитетын билдәләргә мөмкинлек биргән тест-системалар эшләнеүен белдерҙе. Күҙәнәктәр иммунитеты коронавирусҡа ғына түгел, башҡа йоғошло сирҙәргә ҡаршы тороу өсөн дә мөһим. Өҫтәүенә ул антиесемдәр иҫәбенә формалашмай, ә һаҡлаусы Т-лимфоциттары һәм башҡа күҙәнәк элементтары иҫәбенә барлыҡҡа килә.
Михаил Мурашко илдә вакцинация барышын ыңғай баһалай. Илдә препараттарҙы илтеү һәм прививка яһау пункттарының логистик картаһы төҙөлгән. Вакциналарҙы һаҡлау өсөн махсус һыуытыу ҡорамалдары булдырылған. Төбәктәрҙең илле процентында прививка эше башланған. 10 декабрҙән һуң вакцинаның яңы партияһы оҙатыла башлаған. Министрҙың әйтеүенсә, тәү сиратта граждандарҙың һаулығы һағында торған медицина хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, социаль хеҙмәткәрҙәр, хәүефле категорияға ингән хроник сирлеләр һәм тәүлек әйләнәһенә иң мөһим постарҙа хеҙмәт иткәндәр вакцинацияланасаҡ.
Прививкаланған граждандар араһында коронавирус инфекцияһын йоҡтороу осраҡтары тураһында министр түбәндәгеләрҙе әйтте:
- Иммунитет 42 көн эсендә формалаша. Ошо осорҙа ике аппликация яһала. Береһе – тәүге тәүлектә, икенсеһе - 21 көндән һуң. Икенсе аппликациянан һуң да организмға иммунитет формалашыуы өсөн йәнә 21 көн ваҡыт кәрәк. Ошо 42 көн һуҙымында, иммунитет барлыҡҡа килеү барышында сирҙе йоҡторорға ла, ауырырға ла мөмкин. Был осор үткәндән һуң ауырыу, вирус менән осрашҡанда иммунитет уларҙы тиҙ еңә, сөнки иммун системаһы эшкә ҡушылып, вирустар үрсеүен баҫа.
Әле пациенттарҙың 80 проценты амбулатор шарттарҙа дауалана, 20 проценты- стационарҙарҙа. 32 меңдән ашыу реанимация, 278 стационар койкаһы ойошторолған. Резерв етерлек кимәлдә.
Сирле кеше дарыуханалар буйлап тейешле дарыуҙарҙы эҙләп йөрөмәһен өсөн ҡабул ителгән сараларға туҡталып, министр түбәндәгеләрҙе белдерҙе: ”Терапияны ваҡытында башлау өсөн пациент дарыуҙарҙы тәүге тапҡыр табипҡа мөрәжәғәт иткәндә үк алырға тейеш, препараттар ирекмәндәр йәки медицина хеҙмәттәре тарафынан илтелә. Был сылбырҙа дарыуханалар ҡатнашмай. Төбәктәргә ебәрелгән препараттар 700 мең кешене дауалауға иҫәпләнгән. Хөкүмәт ғинуарҙа ла был эште дауам итәсәк, өҫтәмә средстволар бүленәсәк. Был сумма 2,7 миллиард һум тәшкил итәсәк, дарыуҙарға ҡытлыҡ булмаҫ.”
Фото:ogniagideli.rbsmi.ru
Автор: Дина Арсланова.
Читайте нас: