Билдәле булыуынса, 16 ноябрҙән баш ҡаланың “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәге эшләй.
Үҙәктең координаторы, данлыҡлы табип, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре комитеты рәйесе урынбаҫары Римма Үтәшева менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Һөйләшеү рәсмилектән йыраҡ, сөнки һүҙ сәләмәтлек, кешелеккә ябырылған афәт, уны тормошобоҙҙо ни тиклем ҡырҡа үҙгәртеүе тураһында бара. Римма Әмир ҡыҙы, тәжрибәле табип булараҡ, пандемия проблемаһына күпкә киңерәк күҙлектән ҡарай.
– Халыҡтың сәләмәтлеге йылдан-йыл насарая барыуының, йәш быуындың иммунитеты түбән булыуының ябай ғына сәбәптәре өҫтә ята: экология проблемалары, дөрөҫ туҡланмау, тәбиғи булмаған аҙыҡтарға өҫтөнлөк биреү ошо иҫәптә. Бәғзе ҡатын-ҡыҙҙарҙың әсәлек бурыстарына ла икенсе күҙлектән ҡарауы, сабыйын имеҙмәүе, контрацептивтар ҡулланыуы ла сәләмәт булмаған быуындың үҫеүенә, потенциалдың түбәнлегенә килтерә. Беҙҙең быуын иһә, нигеҙҙә, йәшелсә-емеш, ҡорот, ҡатыҡ, ҡаймаҡ кеүек һөт аштарын, ауылда үҫтерелгән малдың тәмле, файҙалы итен ашап үҫте. Шулай уҡ хеҙмәттә сыныҡтыҡ...
...Оло йәштәгеләрҙең сәләмәтлеген һаҡлау ҙа - өҫтөнлөклө проблемаларҙың береһе. Бигерәк тә бөгөнгө пандемия шарттарында мәсьәлә бик киҫкен. Был йәһәттән “Берҙәм Рәсәй” партияһы медицина хеҙмәткәрҙәре менән берлектә мәсьәләне иғтибар үҙәгендә тота, оло йәштәгеләр өсөн онлайн-лекциялар, төрлө саралар уҙғара, көнүҙәк һорауҙарға яуап бирә, – тип бәйән итте үҙәктең координаторы.
Римма Әмир ҡыҙы, профессионал табип, тәжрибәле йәмәғәт эшмәкәре булараҡ, Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәгенә етәкселек итеү көсөргәнешле һәм яуаплы эш буласағын аңлап, белеп ризалашҡан. Шул уҡ ваҡытта ул иҫ киткес ихлас, кешелекле шәхес: халыҡҡа ярҙам итеүҙе тәүмаҡсат итеп алған. Үҙәккә, ысынлап та, тап уның ише уңған, талымһыҙ профессионал етәкселек итеүенә аптырарға түгел.
Үҙәк өс аҙна эшләү осоронда коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле мәсьләләрҙе хәл итеү йәһәтенән үтә кәрәкле һәм ваҡытлы булыуын иҫбатланы, ти ул. Был хаҡта шылтыратыуҙарҙың меңдәр менән иҫәпләнеүе, бер урында коронавирус инфекцияһына бәйле барлыҡ проблемаларҙы хәл итеү мөмкинлеге булдырылыуы һөйләй.
– Үкенескә ҡаршы, медицина учреждениеларының иңенә ятҡан көсөргәнеш ҙур, бигерәк тә ҙур ҡалаларҙа был аныҡ һиҙелә. Медицина учреждениелары хеҙмәткәрҙәре консультатив ярҙам күрһәтеү түгел, сирләгәндәрҙе хеҙмәтләндереү йәһәтенән дә ҙур көсөргәнеш кисерә. Беҙҙең үҙәктең төп маҡсаты тап ошо: медицина хеҙмәткәрҙәре иңенә ятҡан йөктө кәметеү, халыҡҡа консультатив ярҙам күрһәтеү. Коронавирус пандемияһы тормоштоң һәр тармағына үтеп инде, бихисап проблемалар тыуҙырҙы - шылтыратыуҙарҙа ошо асыҡ сағыла.
Күпселек һорауҙарҙы операторҙар үҙҙәре хәл итә: мәҫәлән, кемдеңдер йортона аҙыҡ-түлек, дарыуҙар алып барырға кәрәк, бәғзеләр медицина учреждениеларының йә башҡа ведомстволарҙың телефон һандарын белешә, кемдер ирекмәндәр менән бәйләнешкә инергә теләй – ошондай осраҡта мәсьәләне тиҙ генә хәл итәбеҙ. Бушлай дарыуҙар менән тәьмин итеүгә ҡағылышлы һорауҙар ҙа бихисап. Анализ һөҙөмтәләрен дә юллайҙар. Телефоныбыҙ күп каналлы – теләгән кеше мотлаҡ беҙгә шылтырата ала, – ти Римма Әмир ҡыҙы.
Ғәмәлдәге пландар буйынса, Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәге ошо хеҙмәткә ихтыяж булғансы эшләйәсәк. Һис шикһеҙ, бындағы һәр кеше хаҡында “ул коронавирусҡа ҡаршы көрәштең алғы һыҙығында” тип әйтергә мөмкин.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ярҙамға мохтаждар "ҡыҙыу бәйләнеш" телефонына шылтырата ала:
Унан тыш, коронавирусҡа бәйле хәл буйынса дистанцияла консультация, көнүҙәк һорауҙарға яуаптар алам тиһәгеҙ, Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәгенә иртәнге 8-ҙән киске 20 сәғәткә тиклем шылтыратырға мөмкин:
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.