Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
11 Декабрь 2020, 11:55

Мәмбәтовтар туған телдә һөйләшә. Ә Һеҙ?

#башҡорттелекөнө#башҡортсаһөйләшәбеҙ

Белеүегеҙсә, 2020 йыл республикала Башҡорт теле йылы булараҡ үтә. Ошо көндәрҙә Башҡорт теле көнө лә билдәләнә. Һуңғы йылдарҙа милләттәштәребеҙ араһында манҡортлашыу тенденцияһы күҙәтелә. Башҡорт ғаиләләрендә урыҫса аралашыу, балаларҙың телдәре “мама” һәм “папа” тип асылыуы үҙ йоғонтоһон бирмәй ҡалмай. Хатта ауыл ерендә лә йәшәүсе ҡайһы бер ғаиләләрҙә был күренеш күҙәтелеүе зыялыларҙы хафаға һала. Шуға күрә башҡорт теленең абруйын күтәреү, һаҡлау, уны донъя кимәлендә танытыу йәһәтенән туған телебеҙгә битараф булмаған милләттәштәребеҙ тарафынан күп эштәр башҡарыла.
Районда башҡорт телен һаҡлауға үҙ өлөшөн индергән рухлы ғаиләләр булыуы ҡыуаныслы күренеш. Шундайҙарҙың береһе – Аҡъяр ауылынан ишле ғаилә Светлана һәм Илгиз Мәмбәтовтар. Был өлгөлө ғаиләлә Айгиз, Ләйсән, Инсаф исемле матур балалар үҫә. Айгиз менән Ләйсән мәктәптә уҡыһа, Инсаф балалар баҡсаһына йөрөй. Светлана район мәғариф идаралығында юрист, ә Илгиз “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” йәмғиәтендә техник контроль бүлеге начальнигы булып эшләй. Мәмбәтовтар ғаиләлә тик башҡорт телендә аралашып, балаларында ла туған телгә һөйөү уята.
Мәҡәләне тулыраҡ гәзитебеҙҙең 99-сы һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: