Хәйбулла хәбәрҙәре
-11 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
9 Декабрь 2020, 22:52
ЙӘШӘҮГӘ ДӘРТ БИРӘ
/
Хөрмәлә бета-каротин күп. Ул күҙҙәр өсөн дә бик файҙалы, ҡартайыуҙы тотҡарлай.
*Көн дә ошо емеш менән туҡланған кешегә пневмония һәм бронхит ҡурҡыныс түгел. Тәмәке тартҡандар көн дә ашарға тейеш.
*Хөрмәләге калий һәм үҫемлек шәкәре йөрәк, шулай уҡ ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген көйләй.
*Ҡан тамырҙары тарайыуҙан, ҡан баҫымы юғарылығынан һәм эс ҡатыуҙан йонсоғандар өсөн бик мөһим аҙыҡ.
*Янған һәм ҡырҡылған урынға хөрмә иҙмәһен ҡаплаһаң, яралар тиҙерәк уңала.
*Бик яҡшы бәүел ҡыуҙырғыс булараҡ, бөйөргә яҡшы тәьҫир итә. 3-4 емеш ашап, артынан ҡайнар һөт эсһәң, һөҙөмтә тиҙ үк күренер.
*Хөрмәләге магний бөйөрҙәге тоҙҙарҙы сығара һәм уның эшмәкәрлеген яҡшырта.
*Ундағы тимер, микроэлементтар ярҙамында анемияны бөтөрөргә мөмкин. А һәм С витаминдарына бай.
*Һыуыҡ үткәндә, грипп менән ауырығанда, тамаҡ ауыртҡанда 1 хөрмә һутына 100 грамм йылы һыу һалып, бер нисә көн эсегеҙ, тамаҡ сайҡағыҙ һәм тиҙ һауығырһығыҙ.
*Депрессия ваҡытында көн дә кис хөрмә ашағыҙ. Ундағы магний, глюкоза һәм фруктоза нервыны тынысландыра, йоҡоно көйләй, йәшәүгә дәрт бирә.
*Ҡалдыҡтарын ташларға ашыҡмағыҙ. Һытҡылы, эре күҙәнәкле бит тиреһе өсөн хөрмә иҙмәһенә 1 йомортҡа һарыһын ҡушып, яҡшылап болғатҡас, биткә һылап, 20 минут тотоғоҙ. Һуңынан йыуығыҙ. Һытҡылар кәмей, бит тиреһе шымара.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
https://svetlyi-put-b.rbsmi.ru/articles/common_material/Y-sh-g-d-rt-bir-581039/
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?