Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
9 Декабрь 2020, 22:22

ЙӨРӘК ЙЫЛЫҺЫН, ИЗГЕ ТЕЛӘК ҠУШЫП

/

Сығышы менән Хәйбулла яҡтарынан булған Гөлнур Ғәббәсованы күбеһе Сибай ҡыҙы тип белә. Әлегә ул ғаиләһе – ире Иҙел Альберт улы һәм улы Урал менән Өфөлә төпләнгән. «Бала менән өйҙә тик кенә ултыра алмаҫымды белеп, үҙемә шөғөл эҙләй башланым. Төрлөһөнә тотоноп ҡарап, милли биҙәүестәрҙе һайланым. Һөнәрем буйынса рәсем уҡытыусыһымын. Бала саҡтан ҡул эштәре менән шөғөлләнергә яратам. Бер нисә йыл элек халыҡта милли биҙәүестәргә ихтыяж тыуҙы. Күреп оҡшаттым да үҙемсә эшләп ҡарарға булдым. Шулай итеп, бына инде өс йыл яратҡан һөнәрем менән булышам», – ти Гөлнур.
Бәпес менән өйҙә ултырған ҡатындың эшләгән биҙәүестәрен һатып тапҡан килеме, үҙе әйтеүенсә, хужалыҡта ярап ҡала. Әммә аҡса ағылып килмәй, бер мәлдә генә булып ала. Байрамдар алдынан бүләк алыусылар күбәйә.
Гөлнур әйтеүенсә, бер биҙәүескә киткән ваҡыт, аҡса күләмендә һанаһаң, ҡайһы саҡ үҙен аҡлап та етмәй. Әммә эшләгән мәлдәге кисергән хис-тойғолар шуға торорлоҡ. Һәр биҙәүесенә йөрәк йылыһын һалып, изге теләктәрен ҡушып башҡара Гөлнур.
«Пандемияға тиклем байрамдарҙа балаларға бушлай оҫталыҡ дәрестәре үткәреп йөрөнөм, хәҙер инде ул туҡтап ҡалды. Алла бойорһа, илдәрҙә һаулыҡ һәм тыныслыҡ урынлашҡас, шәхси күргәҙмә ойошторорға хыял итәм», – ти маҡсатлы оҫтабикә.
https://bashkortostankyzy.rbsmi.ru/articles/uly-dan-y-n/Y-r-k-yili-in-izge-tel-k-uship-564982/
Читайте нас: