Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
4 Декабрь 2020, 12:13

Көс менән ваҡытты нисек дөрөҫ файҙаланырға?

-

«Пятерочка» аҙыҡ-түлек магазиндары селтәрҙәренә махсус ҡушымта ярҙамында заказ ебәрергә мөмкин. Тауарҙы бер сәғәт эсендә өйгә тиклем килтереп бирәләр.
Йәш әсәнең магазиндар буйлап йөрөргә ваҡыты юҡ. Был осраҡта «Пятерочка магазин селтәре ҡушымтаһы ярҙам итә. Бер-нисә минут эсендә бәләкәс Камиләнең теләктәрен күҙ уңында тотоп заказ ебәрелә.
Бөгөн илдең күп кенә ҡалаларында аҙыҡ-түлек ташыусылар эшләй. Был сервиста 400-гә яҡын магазин ҡатнаша, шул иҫәптән 7 даркстор ҙа бар. Был хеҙмәт Өфөлә лә киң билдәлелек яулай.
Хәҙер интернет-кибеттәр баш ҡала халҡын аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә. Тиҙҙән беҙ Яңы йыл байрамына һәм каникулына әҙерләнә башлаясаҡбыҙ. Байрам табынына аҙыҡ-түлек һатып алыуҙы Пятерочка магазины тауар етештереүселәренә ышанып тапшырырға мөмкин. Беҙ сифатлы тауарҙы ғына һайлайбыҙ һәм уны ваҡытында етештерергә тырышабыҙ.
Хуш еҫле алма, банан – витаминдарға бай емештәр. «Пятерочка» селтәрендә аҙыҡ-түлек етештереүсе, исемлек буйынса тауарҙы ҡулланыу ваҡытын күҙ уңында тотоп һәм клиенттарҙың теләктәрен иҫәпкә алып һайлай. Әгәр ҙә ул складта юҡ икән, магазин уны икенсеһе менән алыштырырға төҡдим итә. Заказ бер сәғәт эсендә фатирҙың ишегенә тиклем алып киленә.
Пандемия ваҡытында магазиндар буйлап йөрөргә теләгем юҡ. Был ҡушымта бик уңайлы. Заказымды йыйған ваҡытта мин өйҙә балам менән шөғөлләнәм
Был хеҙмәттең хаҡы 99 һум ғына тора. Пенсионерҙарға, инвалидтарға һәм күп балалы ғаиләләргә был хеҙмәт бөтөнләй бушлай, тик заказ ебәргән ваҡытта ZABOTA тип аталған промокодты күрһәтеү мөһим.
Сығанаҡ: https://bash.news/bash/news/139428
Читайте нас: