Бөгөн Zoom платформаһында Рәсәй тарих йәмғиәтенең Өфөләге бүлексәһен ойоштороу буйынса ултырыш булды. Сараны асҡанда Рәсәй тарихи йәмғиәте Советы Президиумы рәйесе, “Ватан тарихы” фонды директоры вазифаһын башҡарыусы К.И. Могилевский заманса Рәсәй тарихи йәмғиәтенең Ватан тарихын өйрәнгән күп кенә ойошмалар һәм тикшереүселәр (юғары уҡыу йорттары, музейҙар, архивтар һәм ғилми-тикшереү үҙәктәре) өсөн майҙансыҡ икәнлеге хаҡында әйтте. Бөгөн Рәсәй тарихи йәмғиәттең илдә 55 бүлексәһе бар. Уларҙың барыһы ла төбәк башланғыстары менән хасил булды. Был ғалимдар һәм архивты өйрәнеүселәр өсөн үҙҙәренең тикшереү проекттарын федераль һәм сит ил кимәленә сығарыу өсөн дә мөмкинлек ул. Ул шулай уҡ бүлексәнең асылыуы “Ватан тарихы” конкурстарында педагогтарҙың, йәштәрҙең һәм уҡыусыларҙың ҡатнашыуы өсөн офоҡтар асасаҡ.
Рәсәй тарихи йәмғиәте рәйестәше, Рәсәй Фәндәр академияһының Дөйөм тарих институты ғилми етәксеһе А.О. Чубарьян Ватан тарихы буйынса дәреслектәрҙең төбәк компоненттарын эшләү йүнәлешенең норматив-хоҡуҡи раҫлау алыуы хаҡында әйтте. Ул Рәсәй тарих йәмғиәтенең Башҡортостан буйынса бүлексәһе менән уңышлы хеҙмәттәшлек итеренә өмөт белдерҙе.
Кәңәшмәлә ҡатнашҡандарға сәләм һүҙҙәре менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Шамил улы Бадранов мөрәжәғәт итте. Ул Рәсәй тарих йәмғиәтенең төбәк бүлексәһенең республикалағы фән үҫешенә импульс биреүен хәбәр итте һәм Башҡортостандағы тарих мәктәбе хаҡында һөйләне. Ул күренекле ғалимдар Р.Ғ. Кузеев, Б.Х. Юлдашбаев, Ә.З. Әсфәндиәров, Н.А. Мәжитов исемдәрен билдәләне. Азат Шамил улы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тарихи ғәҙеллекте тергеҙеүгә, йәштәрҙә хәрби-илһөйәрлекте тәрбиәләүгә айырыуса иғтибар бүлеүе хаҡында әйтте. Ошоноң менән бәйле Башҡортостан Республикаһында фундаменталь тарих фәне үҫеше дәүләт программаһын эшләү мотлаҡ икәнлеген билдәләне.
Үҙенең сығышында Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Гуманитар тикшереүҙәр үҙәге директоры М.Х. Мәрҙәнов тарихи фән үҫеше хаҡында һөйләне һәм бүлексәнең яңы төп эш йүнәлештәрен тәҡдим итте. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, Башҡортостан – илдә генә түгел, донъяла билдәле ғилми үҙәк. Ул ошондай ғилми ҡеүәткә эйә координация органын ойоштроу кәрәклеге хаҡында белдерҙе.
Кәңәшмәлә Рәсәй Фәндәр академияһының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институиты директоры А.В. Псянчин, Ҡазан федераль университетының Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты директоры, Рәсәй тарих йәмғиәтенең Ҡазандағы бүлексәһе советы рәйесе Р.Р. Хәйретдинов, Башҡорт дәүләт университетының Тарих һәм дәүләт идара итеүе институты директоры А.И. Уразов, Башҡортостандың Милли музей директоры М.М. Зөлҡәрнәев, тарих фәндәре докторы А.Б. Юнысова, республиканың Стратегик тикшереүҙәр институты директоры, тарих фәндәре докторы А.Н. Дегтярев сығыш яһаны.
Кәңәшмә барышында бүлексә ағзалары Өфөлә Рәсәй тарих йәмғиәтенең бүлексәһен ойоштороу тураһындағы ҡарарҙы берҙәм хупланы һәм М.Х. Мәрҙәнов кандидатураһын Президиумда бүлексә Советы рәйесе сифатында ҡарауҙы тәҡдим итте.
Фото: Олег Яровиков (“Башинформ”).