Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
30 Ноябрь 2020, 11:45

Күк төҫтәгеһе – 15, аҡ төҫтәгеһе – 55 метр...

-

Ҡышҡыһын ҡараңғы бик тиҙ төшә. Тап киске эңер йәки төнгө ҡараңғылыҡ мәлендә водителдәр юл ситенән китеп барған йәки юл аша сыҡҡан кешене абайламай, төрлө күңелһеҙ, хатта фажиғәле хәлдәргә тарый.
Бындай мәлдә кейемдең сағыу – аҡ, һары, ҡыҙыл төҫтәрҙән булыуы яҡшы. Күренеште ҡаплаған ҙур көләпәрәле кейемгә өҫтөнлөк бирмәгеҙ. Иң яҡшыһы – яҡтылыҡты сағылдырған билдә һатып алып беркетеү. Ул йөҙ һум самаһы ғына тора. Бындай билдә алыҫтан күренә һәм юл-транспорт ваҡиғаһы хәүефен 85 процентҡа кәметә. Водителдәр яҡшы күрһен өсөн уны аяҡтан 80 – 100 сантиметр өҫтәрәк ҡуйырға кәңәш итәләр.
Ҡараңғы мәлдә йәйәүлене күреү мөмкинлеге:
Ҡара кейем – күренмәй.
Күк кейем – 15 метр.
Ҡыҙыл кейем – 25 метр.
Һары кейем – 35 метр.
Аҡ кейем – 55 метр.
Яҡтылыҡты сағылдырған элементтар булһа – 130 метр.
Фото: kulebaki.bezformata.com
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.
Читайте нас: