Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
27 Ноябрь 2020, 16:33

Шәп башланғыс!

-

Бөгөн нимә-нимә, әммә кейем-һалымға ҡытлыҡ юҡ – сауҙа үҙәктәре кәштәләре тулып тора. Мода артынан ҡыуғандар йыш ҡына кейемдәрен алмаштырыусан, шуға ла улар бер-ике кейгән кейемен шкафтың төбөнә һалып ҡуя ла онота, аҙаҡ уларҙы ҡайҙы итергә белмәй. Килешәһегеҙҙер, ташларға йәл, кемдәр мохтаж булыуын да белем бөтөп булмай.
Яңыраҡ ошо йәһәттән ҡыуаныслы яңылыҡ ишеттек – Өфөлә кәрәкмәгән кейем-һалым йыйыу өсөн контейнерҙар ҡуйылған. Улар “Башҡортостан” лайфстал үҙәге янында, “Үҙәк” сауҙа үҙәге ҡаршыһында урынлашҡан, шулай уҡ тиҙҙән Сипайлово биҫтәһендә ҡуйыла.
Йыйылған кейем-һалымды үҙәк ирекмәндәре бүлеү пунктына килтерә. Аҙаҡ проект хеҙмәткәрҙәре уларҙы сорттарға айырып, яҡшыларын мохтаждарға таратасаҡ. Ә бына тап төшкән йәки йыртылған кейемдәр эшкәртеүгә оҙатыла.
Тулы мәғлүмәт менән http://www.втораяжизньвещей.рф/ сайтында танышырға мөмкин.
Социаль селтәрҙә был яңылыҡты халыҡ хуплап ҡабул итте. Мәҫәлән, “Бик яҡшы башланғыс! Тик беҙгә Өфө алыҫ. Район үҙәктәренә лә урынлаштырһалар, эй шәп булыр ине! Бөтөн көйөнсә кейелмәй ятҡан кейем күп бит хәҙер, ә кемгәлер бик тә ярап ҡалыр ине улар”, “Бик якшы! Мохтаж кешеләр бар бит”, “Сибайҙа ла ҡуйырға кәрәк”, “Бик кәрәк нәмә уйлап сығарғандар, бөтөн райондарҙа, ҡалаларҙа ҡуйырға ине ул контейнерҙарҙы. Кейелмәй ятҡан әйберҙәр күп, кемгәлер кәрәге тейер ине” тип фекерҙәре менән уртаҡлаша халыҡ.
Ысынлап та, элек бит быяланы ла, ҡығыҙҙы ла, сепрәкте лә ҡабул иттеләр. Хәҙер иһә шешә, пластик һауыттар менән донъя тулып бара. Ошо йүнәлештә лә ныҡлап эшкә тотонһалар, ҡалай шәп булыр ине.
Фото: социаль селтәрҙән.
Автор: Рәмилә Мусина.
Читайте нас: