Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
24 Ноябрь 2020, 23:12

Коронавирус ишек ҡаҡҡан икән...

-

Мәғлүм булыуынса, бынан бер аҙна элек, 16 ноябрҙә, Өфөлә йәмғиәттәге хәлгә бәйле Ковидҡа ҡаршы үҙәк эшләй башланы. Ошо үҙәк белгестәре һеҙгә көнүҙәк кәңәштәр тәҡдим итә. Улар ”Башинформ” мәғлүмәт агентлығы сайтында донъя күрҙе.
  1. Коронавирус йоҡторған кеше менән аралаштығыҙ , ти. Ни эшләргә?
  2. Йәшәгән урынығыҙ буйынса поликлиникаға мөрәжәғәт итегеҙ. Һеҙгә 14 көнгә эшкә ваҡытлыса яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын асасаҡтар. Был ҡағиҙә Рәсәйҙең баш санитар табибының быйыл 13 ноябрҙә ҡабул ителгән 35-се ҡарарында теркәлгән. Әгәр ике аҙна барышында сир билдәләре хасил булмаһа, полимераз сылбырлы реакция өсөн биоматериал анализын алмаясаҡтар. Хәлегеҙ насарайһа иһә, табипты йортҡа саҡырыу фарыз.
    1. Табипҡа нисек яҙылырға?
    2. 1301 һандарына шылтыратығыҙ. Быны ҡала һәм кеҫә телефондарынан эшләргә мөмкин.
      Үҙегеҙҙең поликлиника регистратураһы телефоны буйынса.

      “Доктор Башкортостан” сайты аша.

      “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша

      Поликлиника регистратураһына шәхсән килеп.

      Поликлиника һәм дауаханаларҙың холдарында торған терминалдар аша.
      1. Әгәр йортҡа “Ашығыс ярҙам” бригадаһы килеп...
      2. пациентты дауаханаға алып китмәһә?
        Дауаханаға һалыу тураһындағы ҡарарҙы табип пациенттың хәлен тикшергәндән, клиник картинаны асыҡлағандан һуң ҡабул итә. Әгәр пациенттың ғүмеренә ҡурҡыныс янай икән, табип мотлаҡ дауаханаға оҙатыуҙы тәҡдим итәсәк.
        …эскә үткән саҡта бахила кеймәһә?
        Тиҙ ярҙам хеҙмәткәрҙәре аяҡ кейемен сисергә йәки бахила кейергә бурыслы түгел. Уларҙың төп эше – ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү.
        исемдәрен атамаһа?
        “Ашығыс ярҙам” хеҙмәткәрҙәре исем-шәрифен атарға бурыслы түгел. Был “Шәхси мәғлүмәттәр” тураһындағы федераль закон менән көйләнгән. Вазифауи инструкция буйынса бригада хеҙмәткәрҙәре подстанция һәм машина номерын ғына атарға тейеш.
        Киләһе яҙмаларҙа көнүҙәк һорауҙарға яуаптар биреүҙе дауам итәсәкбеҙ.
        Фото: ngs.ru
        Автор: Гүзәлиә Балтабаева.
        Читайте нас: