Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
23 Ноябрь 2020, 16:04

Яңы ковид-госпиталь бер аҙнанан тәүге пациенттарын ҡабул итә

-

Стәрлетамаҡтағы йоғошло ауырыуҙарҙы дауалау һәм диагностикалау үҙәге декабрь башында тәүге пациенттарҙы ҡабул итәсәк. Был турала Башҡортостан Башлығының Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Ишембай ҡалаларына эш сәфәре барышында билдәләнде. Радий Хәбиров дауахана төҙөлөшө майҙансығында туҡталды, төбәктәге инвестиция проекттары үтәлеше менән ҡыҙыҡһынды.
Стәрлетамаҡтағы яңы ковид-госпиталь төҙөлөшө ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә.Эш тәүлек әйләнәһенә туҡтамай.Төҙөлөш ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре сендвич панелдәрҙән торған стеналарҙы ҡора, бинаны елләтеү, йылытыу системаларына тоташтыра, электр, канализация, һыу селтәрен һуҙа. Бер юлы тирә яҡты төҙөкләндереү эштәре лә дауам итә.
Төҙөлөш майҙансығында Башҡортостан Башлығы эшлекле кәңәшмә уҙғарҙы. Пандемияның икенсе тулҡыны көсәйгән осорҙа Стәрлетамаҡ һәм эргәләге район ҡалаларҙың дауаханаға ихтыяжы көндән көн нығыраҡ һиҙелә.Төҙөлөш менән бер рәттән госпиталде дауалау диагностика ҡорамалдары менән йыһазландырыу ҙа алып барыла. Медицина персоналын туплау ҙа көнүҙәк мәсьәлә.
План буйынса Стәрлетамаҡтағы ковид-госпиталдә эштәр ноябрь аҙағына тамамланып, 1 декабргә тәүге пациентты ҡабул итеү ҡарала.
Салауат катализаторҙар заводы нефть эшкәртеү һәм газ сәнәғәтендә уңышлы ҡулланылған абсорбенттары менән яҡшы таныш. Яңыраҡ предприятиела онтаҡлы селикогель сығарыу яйға һалынған. Ҡатнашманы ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә атап әйткәндә һыра ҡайнатыуҙа файҙаланыу мөмкинлеге бар.
Онтаҡлы силикагель етештереү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырыу өсөн биш йөҙ миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған. Һөҙөмтәлә киләһе йыл завод үҙенең етештереү ҡеүәтен күпкә арттырасаҡ.
Салауат битумы предприятиеһы ла яңы инвестиция проектын тормошҡа ашырыуға өлгәшкән. Предприятиела йыл әйләнәһенә продукцияны һаҡлау өсөн резервуарҙар төҙөлгән.
Радий Хәбиров Салауатта етештерелгән битумды Башҡортостан юлдарында киңерәк ҡулланыу мәсьәләһен күтәрҙе. Әлегә тиклем ул автомобиль хәрәкәте көсөргәнешле булған федераль трассалар төҙөлөшөндә генә файҙаланып килде. Республика һәм район-ара юлдарҙа Салауат битумын түшәү ҡиммәткә төштө. Башҡортостан Башлығы транспорт һәм юл хужалығы министрлығына мәсьәләне хәл итеү мөмкинлектәрен ҡарарға ҡушты.
Ноябрь аҙағында Салауат ҡалаһы дауаханаһының хирургия комплексы тәүге пациенттарын ҡабул итәсәк. Уның төҙөлөшө 1989 йылда башланғайны. Туҡтап ҡалған төҙөлөш 2014 ҡайтанан тергеҙелде. 2016 йылда өс корпусттың икеһе сафҡа инде. Хирургия корпусы төҙөлөшө 430 миллион һумға төштө. Әле бында эштәр 99 процентҡа тамамланған. Медицина учреждениеһын яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыу дауам итә. Башҡортостан Башлығы Һаулыҡ һаҡлау министрлығына дауалау учреждениеһын артабан камиллаштырыу башланғыстарын әҙерләргә ҡушты.
Ишембайҙа Башҡортостан Башлығы «Алға» махсус иҡтисади биләмәһе резиденттары нигеҙ һалған предпритиеларҙың төҙөлөш майҙансыҡтарында булды. Тиҙҙән бында «Аркада» йәмғиәтенең теген фабрикаһы һәм «Зур» компанияһының диодлы яҡтыртыу ҡоролмалары етештереү заводы барлыҡҡа киләсәк.
«Иҙел нефтемаш» Башҡортостан Башлығының Ишембайҙағы сираттағы туҡталышы. Предприятиела мобиль быраулау ҡоролмалары, скважиналарҙы ремонтлау агрегаттары етештерелә. Нефть һәм газ сәнәғәте әле ҡатмарлы осор кисерә. Ҡара алтынға хаҡтарҙың тотороҡһоҙ булыуы һөҙөмтәһендә предприятиела заказдар һаны кәмегән. Шуға ҡарамаҫтан етештереү линияһын заман талаптары буйынса камиллаштырыу ҙа дауам итә.
Башҡортостан Башлығы предприятиеның артабанғы үҫеш мөмкинлектәрен республика Хөкүмәтендә үткән инвестиция сәғәте ултырышында ҡарарға тәҡдим итте.
Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.
Читайте нас: