Интернеттағы электрон гәзиттән Ләлә Латыпованың “Башҡортостанда кем башҡорттарҙың баһаһын төшөрә (дискредитирует)” тигән мәҡәләһен уҡығас, ҡулға ҡәләм алдым.
Һуңғы айҙарҙа Башҡорт донъяһы ҡуҙғыған. Башҡорт донъяһы ғына түгел, бөтә планета ярһыулыҡ, талаш-тартыш, алыш һәм сырхау эсендә ҡалған кеүек. Былар пессимистик ҡараштан сығып әйтелмәй, ә сит илдәрҙә һәм үҙебеҙҙә лә барған хәл-ваҡиғалар, йәшәйеш, пандемия бәләһен күҙ уңында тотолоп тәҡрарлана. Сит яҡтарҙы һәм донъяуи сәйәсәтте анализлай алмайым, әммә үҙебеҙҙә барған ҡайһы бер күренештәргә айныҡ ҡараш булдырмау, фекеремде белдермәү яҙыҡ булыр, тип уйлайым.
Нимәнән ярһый бөгөн Башҡорт иле? Һәр ваҡыт хаҡлы, нигеҙле генә ҡуҙғыймы ул? Халыҡ араһындағы болғаныштар бөтә осраҡтарҙа ла дөрөҫ юлға алып сығыр тоғро эштәрме? Ни өсөн ошондай һорауҙар тыуамы? Сөнки, беҙгә, ҡылыс тотоп болғар һәм шау-шыуға ҡушылырҙан алда үҙебеҙ өсөн ошоларҙы асыҡлап алырға кәрәк. Бөгөн беҙ иҫерек төркөм хәленә инеп барабыҙ кеүек, “Тегендә туҡмайҙар!” тигәнгә тота ла суҡмар күтәреп йүгерәбеҙ (образлы әйтәм) һәм аңын-тоңон белмәйсә, ҡолас ташлап “һуғыша” ла башлайбыҙ. Һәм иң тәьҫир иткән һүҙ шул: БАШҠОРТ. Был һүҙ бөгөн беҙгә үгеҙгә ҡыҙыл сепрәк күрһәткән һымаҡ йоғонто яһай. Ҡайҙалыр башҡортто ҡыйырһыталар, кәмһетәләр, баҫалар, тигән хәбәр беҙҙең өсөн дарыға ут төрткән һымаҡ була. Был һис кенә лә ғәйеп түгел. Мин үҙем шундай кеше. Милләттәштәремә оло һөйөү һәм хөрмәт, халҡым тарихына һоҡланыу, уны яҡларға һәм ҡурсаларға теләү минең дә лә яугир рухын уятып ебәрә. Тик был рух күп осраҡта аҡылға таянмай, ул бары хистәргә һәм ҡыйратыуға ғына ҡайтып ҡалып ҡуя...
Темәстәге чечендар, Сибайҙағы ҡурдтар, унан Ҡырмыҫҡалылағы әрмәндәр менән булған тигән ваҡиғаларҙы ғына алып ҡарайыҡ. Бөтөн был болғаныштарҙың да нигеҙендә, әлбиттә, ниндәйҙер етди ерле мәсьәләләр ята. Әммә уларҙың башланып, тоҡанып китеү тарихының иң төбөндә “башҡорт егеттәренең эсеп иҫереп алып бәйләнешеүе” тигән һүҙҙәр бар. Нисек кенә оят булмаһын, был шулай. Егеттәр эскән һәм кемдәрҙеңдер уларҙың хоҡуғын сикләүен күтәрә алмай бәрелешкә ингән. Һәм, әлиттә, икенсе милләт вәкиле, килмешәк, нисек итеп уны, башҡортто, үҙ ерендә кәмһетә ала? Айнығып етмәгән егеттәр ошо оранды интернетҡа ташлай ҙа, был саҡырыуға эштең аңын-тоңон белеп етмәгән, әммә һәр ваҡыт мажараларға әҙер булғандар ҡушылып та китә. Ана, шунда башҡортто ҡыҫҡандар, туҡмағандар, кәмһеткәндәр! Унан китә болғаныш. Берәү ҙә: “Ни өсөн беҙҙең егеттәр ҡурдтың кафеһында эсеп ултырған?” тигән һорауҙы бирмәй. Йәки, Ҡырмыҫҡалылағы хәлдә: “Нигә беҙ бер ғаиләнең көнкүреш проблемаһын милли мәсьәлә итеп күтәреп сығабыҙ?” тигән уйға килмәй? Болғанышып, хаталар яһап бөткәндән һуң ғына, хәлдәрҙең тәүге ҡараштан бөтөнләй сит, ҡырын ваҡиғалар булыуын аңлап ҡалабыҙ. Һығымтала: әллә күпме халыҡ (үҙебеҙҙең башҡорттар) зыян күргән, енәйәт эштәре ҡуҙғатылған, мөнәсәбәттәр боҙолған, рухи төшөнкөлөк килгән.
Был теҙмәгә мин Ҡуштау тарихын индермәйем. Унда ла айырым ниндәйҙер нескәлектәр бар ине, әммә төрлө милләт халҡының берләшеп тыуған ер, төйәк өлөшөн--тауҙы һаҡлап ҡалыуҙары беҙҙең берҙәмлектең һәм илһөйәрлектең бер күренеше булды ул. Тик был ваҡиғаны икенсе, башҡа нигеҙһеҙ болғаныштар менән бутарға ярамай. Ҡуштауҙа халыҡ изге эш өсөн күтәрелде һәм хөкүмәт менән килешеп, бер ҡарарға килә алды. Ә Сибай, Ҡырмыҫҡалы һымаҡ осраҡтарҙа кемдәрҙер милләттәштәрен үҙ мәнфәғәтендә ҡулланып болартты ғына. Был хаҡ та, изге лә, маҡтанырлыҡ та ҡылыҡтар түгел.
Башҡорт донъяһында бөгөн үҙебеҙҙе, башҡорттарҙы уҡ ҡаралай, беҙҙе наҙан һәм боласыл милләт итеп күрһәтергә теләү пропагандалана. Беҙ яугир һәм ғорур халыҡ--эйе. Тик аңһыҙ һәм баш-баштаҡ түгел. Беҙҙең хөрмәтле дини егеттәр эскеселеккә ҡаршы көрәшә, ғаилә именлеге, бөтөнлөгө һорауҙары өҫтөндә эшләй, халыҡты төрлө яҡлап тәрбиәләй. Уларҙың миссияһы шундай ыңғай эштәр. Улар эскелектән һәм аҡылһыҙлыҡтан башланған болаларҙы күтәреп алырға, уларҙан үҙҙәренә зыян күреп йөрөргә тейеш түгел. Һәм халыҡ та “ана шунда һуғышҡандар һәм төрмәгә бикәләнгәндәр” тигәнгә генә аҡса йыйып, ғауғасыларҙы ҡапаҡлап өйрәнмәһен ине. Интернетты яуға саҡырыу, ғәрәсәт ҡуптарыуға әйҙәй торған инеш итеп алмайыҡсы, йәмәғәт?..
Был мәҡәлә менән мин милләт өсөн йән атыусыларҙы, милләт мәнфәғәте өсөн көрәшеүселәрҙе тәнҡитләмәйем, ә бары аңһыҙ болғаныштарҙан, халыҡты бәләгә алып килер эштәрҙән араларға тырышам ғына. Кемгәлер шанлы исем алып килер хәл икенселәргә арест һәм проблемалар тыуҙыра икән, был тәңгәлдә аҙыраҡ уйланырға кәрәк. “Милләт өсөн” тип ҡысҡыра-ҡысҡыра милләтебеҙгә зыян килтерәбеҙ бит. Үҙ хөкүмәтебеҙҙе яманлайбыҙ, етәкселәребеҙҙе хурлайбыҙ, ҡырҡҡа бүленәбеҙ, аҡыл менән уйлар урында һуғыш файҙалыраҡ, эффектлыраҡ булыр тигән хата фекергә эйәрәбеҙ. Ошо хөкүмәт эсендә беҙ үҙебеҙ йәшәйбеҙ, уның халҡы беҙ үҙебеҙ. Әгәр күл оҡшамай, тип, балыҡтар йөҙгән һыуҙарын болғатып ташлаһа, улар үҙ бысраҡтарында үҙҙәре тонсоғоп үлеп бөтөр ине. Аллаһ уларҙы шул ғына аңға эйә итеп яралтҡан. Ә беҙ бит балыҡ ҡына түгел – халыҡ. Беҙ белемле, зыялы, һәр ваҡыт айныҡ аҡылға килеп, милли мәнфәғәттәргә торошло ҡарарҙар ҡабул итә белгән йәмғиәт. Тарих үҙе быны һөйләй. Әйҙәгеҙ, аҡ менән ҡараны, хаҡ менән ялғанды айыра белеп өйрәнәйек.