Бөгөндән Рәсәйҙең һәр бер кешеһенә үҙенең төбәге һәм яратҡан аҙыҡ-түлеге өсөн тауыш биреү мөмкинлеге асылды. Ауыл хужалығы министрлығы тәүге тапҡыр “Рәсәй тәмдәре” тигән төбәк брендтары милли конкурсын ойошторҙо. Маҡсаты – фермерлыҡ продукцияһына булышлыҡ итеү буйынса саралар комплексына беренсе аҙым яһап, ҡулланыусыларҙы төбәктәрҙең аҙыҡ-түлек брендтары ҡеүәте менән таныштырыу.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, республика һәм илдең башҡа төбәктәре халыҡтарын иң яҡшы Башҡортостан брендтарын яҡлап тауыш бирергә саҡырып: “Беҙҙең етештереүселәр конкурсҡа иң яҡшы продукцияларын тәҡдим итте: бал, талҡан, ҡымыҙ, кеүәҫ, ҡорот, ҡаҙынан алып үлән сәйе менән минераль һыуға тиклем. Дөйөм алғанда, беҙҙең һоҡландырырлыҡ, ғәжәпләндерерлек мөмкинлектәребеҙ күп. Башҡортостан конкурсҡа бирелгән ғаризалар һаны буйынса алдынғы урында – Башҡорт балы, Иглин балы, Иглин һуғаны, Башҡорт талҡаны, Башҡорт ҡаҡланған ҡаҙыһы, Башҡорт алкоголһеҙ бал балы, Башҡортостандан ҡаҡланған дөйәғош ите, Бөрйән солоҡ балы, Учалы кеүәҫе, Ҡариҙел үләндәре, Башҡортостан экосалаты, Башҡорт ҡорото, “Башҡорт сувениры” перәниге, Башҡорт оҙаҡ һаҡланған сыры, Федоровка ҡаҙы, Башҡорт төнәтелгән сәйе, “Урал-Батыр” башҡорт бәлзәме, “Красный ключ” минераль һыуы, “Красноусол” минераль һыуы, “Ҡорғаҙаҡ” минераль һыуы, Башҡортостандан һөнәрсе шоколады, Башҡорт бауырһағы, Башҡорт соусы, Башҡорт баллы сыры, Башҡорт ер еләге”... Күренеүенсә, Башҡортостан ризыҡтарын яратыусыларға һайлауы еңелдән булмаясаҡ. Беҙҙең һәр бренд ил кимәлендә танылыуға лайыҡ! – тине.