Хәйбулла хәбәрҙәре
-10 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
18 Ноябрь 2020, 12:48
Башҡортостан хужалыҡтары етештергән тауар төбәк бренды исеменә дәғүә итә
-
Бөтә Рәсәй конкурсына заявкалар ҡабул итеү тамамланды. Республика унда иң әүҙем ҡатнашыусылар иҫәбендә, тип хәбәр итәләр Ауыл хужалығы министрлығынан.Төбәк брендына дәғүә итеүсе тауар етештереүселәрҙең береһе менән БСТ каналы хәбәрселәре лә осрашты.
Яңы һуйылған иттән хеҙмәткәрҙәр ҡаҙылыҡ әҙерләй. Боронғо рецепт һәм заманса технологиялар милли ризыҡты төбәк бренды кимәленә күтәрергә мөмкинлек бирә. Тәмле ҡаҙылыҡ әҙерләүҙең төп шарты йәш йылҡы малы ите. Предприятие уны фермерҙарҙан һатып ала.
Тәмләткестәрҙән тоҙ, ҡара борос, зира һәм бер аҙ һарымһаҡ ҡушыла. Махсус мейестә бешерелгәндән һуң, ҡаҙылыҡ ыҫлана. Бының өсөн ерек ағасы таптары ҡулланыла. Тәм көсәйткес йәки шыйыҡ төтөн кеүек яһалма химик матдәләр бөтөнләй ҡушылмай.
Бер ниндәй ҙә химик эшкәртеү юҡ. Төтөн һәм быу ғына. Тәм көсәйткес һәм буяуҙар ҡулланылмай. Ҡаҙылыҡ ерек ағасы төнөнөндә 3-4 сәғәт самаһы ыҫлана. Камера эсендәге температура 82 градус тирәһе.
Максим Белоусов, ыҫлау ҡоролмаһы операторы
Ҡаҙылыҡ элек-электән халҡыбыҙҙың табыны түрендә. Әле ул тотош республиканың ҡаҙанышы. Шуға ла «Рәсәй тәме» конкурсында тап ҡаҙылыҡ менән ҡатнашырға булдыҡ, – ти предприятие етәкселеге.
Ҡаҙылыҡ өсөн юғары сифатлы йылҡы ите генә ҡулланыла. Ит эре киҫәкләп һалына Бысаҡ менән телгәндә киҫәктәре асыҡ күренеп торорға тейеш. Беҙ бешереп ыҫланған ҡаҙылыҡ етештерәбеҙ. Ҡаҡланған ҡаҙылыҡ та була, ауыл ерендә шулай уҡ эсәккә йылҡы ите тултырып та эшләйҙәр.
Наталья Тришина, ит ризыҡтары етештереү предприятиеһы етәксеһе
Ҡаҙылыҡтан тыш, төбәк брендына ҡорот, талҡан, шифалы үлән сәйҙәре һәм Башҡорт балы дәғүә итә. Ғөмүмән республика, Рәсәй тәмендә ҡатнашыусылар һаны буйынса алдынғылар иҫәбендә.
Төбәк бренды конкурсының һуңғы этабында интернет тауыш биреү ойошторола. Еңеүселәрҙе ҡулланыусылар һайлап аласаҡ. Төбәк бренды исемен яулаған етештереүселәргә федераль кимәлдә баҙарға сығыу мөмкинлеге бирелә. Уларға билдәле маркетологтар ярҙамға киләсәк.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?