Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
17 Ноябрь 2020, 12:00

Йырсыны ни өсөн "Лексус"ҡа ултыртырға уйлағандар?

-

Башҡортостандың халыҡ артисы Вәхит Хызыровҡа кисә 55 йәш тулды.
Ул сәнғәткә ғашиҡ ғаиләлә тыуып үҫкән, алты баланың өсәүһе - профессиональ йырсы. Сәхнә оҫтаһы әйтеүенсә, туғандар бергә йыйылһа, һәр осрашыу оло байрамға әйләнә.
Вәхит Ғәлебай улы Әбйәлил районының Таштимер ауылында донъяға килгән. Артистың репертуарында Хөсәйен Әхмәтов, Заһир Исмәғилев, Рим Хәсәнов, Айрат Ҡобағошов кеүек башҡорт композиторҙарынан тыш, Александр Варламов, Михаил Глинка, Модест Мусоргский ише Рәсәй, шулай уҡ сит ил композиторҙарының йырҙары ла урын алған.
Күңелсәк Вәхит ағай менән ҡыҙыҡ хәлдәр йыш осрай икән. Шулай бер ваҡыт ул Өфөнөң Гоголь урамынан Башҡорт дәүләт филармонияһына йәйәүләп китеп барғанда Ғафури районы егеттәре уны "Лексус"ҡа ултыртып Октябрь проспектына алып бармаҡсы иткән. Үҙҙәренсә, яҡташтарына изгелек эшләмәксе булғандар. Ни өсөн тиһегеҙме? Баҡтиһәң, Вәхит Хызыровты Тибет медицина үҙәге директоры Азат Фәйзуллин менән бутағандар. Ысынлап та, оҡшашлыҡ бар шул.
Йырсыны тыуған көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Автор: Илдар Акьюлов.
Читайте нас: